Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Декабрь 2019, 22:25

Эш алға китте

Заманында үҙенең сифатлы тауарҙары менән дан алған “Ишембай трикотаж әйберҙәре фабрикаһы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте һуңғы осор ҡатмарлыҡтар кисерһә лә, күп хеҙмәткәрҙәр үҙ һөнәренә тоғро ҡалды.

Заманында үҙенең сифатлы тауарҙары менән дан алған “Ишембай трикотаж әйберҙәре фабрикаһы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте һуңғы осор ҡатмарлыҡтар кисерһә лә, күп хеҙмәткәрҙәр үҙ һөнәренә тоғро ҡалды. Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы осрашыуҙа яңы инвестор менән килешеү төҙөү фабрикаға яңы көс, дәрт менән эшләргә мөмкинлек асты. Коллектив хәҙер хеҙмәтен “Ишембай трикотажы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә дауам итә.
Быға тиклем оҙаҡ йылдар “ИФТИ”ла тегенсе булып эшләүсе Эльмира Сафина ла был ыңғай үҙгәрештәргә ҡыуанысын белдерҙе. ”Миңә һөнәрем бик оҡшай. Шуға бер ҡасан да башҡа төрлө эшкә күсеүҙе күҙ алдына килтермәнем. Теләгем – эшебеҙ тик алға барһын, әйберҙәр ассортименты киңәйһен,”-тине ул тегеү цехында эштең йәнләнеүенә ҡәнәғәт йылмайып.
Коллективтың көсө үҙ эшенең оҫталары булған тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙә һәм уларға алмашҡа килеүсе йәштәрҙә сағыла
Фото: автор.
Читайте нас: