Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2019, 21:26

Тормошто белеп яҙа

Мин Рамазан Ҡотошов менән яҡташ булараҡ ҡына түгел, ә замандаш булараҡ та танышмын. Хатта 95 йәшлек юбилейыбыҙ ҙа бер көнгә тура килде. Шуға күрәме икән, ил тарихына, тормошобоҙҙа булып үткән бөтә ваҡиғаларға ҡарата ҡарашыбыҙ ҙа бер төрлөрәк беҙҙең.

Мин Рамазан Ҡотошов менән яҡташ булараҡ ҡына түгел, ә замандаш булараҡ та танышмын. Хатта 95 йәшлек юбилейыбыҙ ҙа бер көнгә тура килде. Шуға күрәме икән, ил тарихына, тормошобоҙҙа булып үткән бөтә ваҡиғаларға ҡарата ҡарашыбыҙ ҙа бер төрлөрәк беҙҙең.


Рамазандың тормошо менән ҡыҙыҡһыныуым тағы ла шуға бәйле: уның әсәһе Сәлимә апай беҙҙең Ҡанаҡай ауылы ҡыҙы ине. Шуғамылыр гәзит-журнал биттә­рендә сыҡҡан яҙмаларын, әҫәрҙә­рен уҡып барырға тырыштым. Ә бына ил ағаһының Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап яҙған “Ҡарайған” тарихи роман-хроникаһын уҡығас, Ҡарайған ауылы аша Юрматы ырыуының тарихын күҙ алдына баҫтырғандай булдым.


Рамазан Нурғәли улы “Ҡарай­ған” әҫәрендә илебеҙҙең иң ҡә­ҙерле бер өлөшсәһе булған тыуған ауылы образы аша Тыуған ил яҙмышын, халҡы яҙмышына бәй­ләп, бөтә тулылығында сағылды­рыуға өлгәшкән. Автор Юрматы башҡорттары хаҡында З. Вәлиди, Й. Бәшировтың тарихи яҙмалары­на, “Ағиҙел” журналында сыҡҡан тарихи мәғлүмәттәргә, Ҡытай ғалимдарының иҫбатлауҙарына таянып фекер йөрөтә.


Әҫәрҙең йөкмәткеһе артабан 1735 йылғы Килмәк абыҙ хәрәкә­тен, Батырша һәм Салауат яуҙа­рын һүрәтләү һәм 1812 – 1815 йылдарҙағы Ватан һуғышын сағылдырыу аша үҫтерелә.


“Ҡарайған” романының төп персонаждары – Рамазан Ҡотошов­тың ауылдаштары, уның үҙенең атаһы, замандаштары һәм, әлбит­тә, автор үҙе.


“Ҡотошовтар шәжәрәһе”, “Кин­йә­ғо­лов Тимерғәли хәтирәләре” йәки “Моңло ҡурайсының вафаты” бүлектәрен генә алып ҡарайыҡ. Авторҙың һәр фекере тарихи дөрөҫлөккә ҡоролған: һәр иҫкә алынған исем, һәр ваҡиға документаль раҫланған. Романда һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың күп өлөшө Рамазандың һәм беҙҙең замандаштарҙың үҙ башынан үткәнгәмелер, күп ваҡиғаларҙың уртаһында үҙемде күргәндәй булдым. Беҙҙең халыҡтың яҙмышы – авторҙың яҙмышы һәм минең дә яҙмышым бит ул. Автор ауы­лының тарихын киләһе быуын­дарға бөтә тулылығында һөйләп ҡалдырыу маҡсатын ҡуйған, һәм ул быға ирешкән. Ауылдаш­тарының яҙмышы уның үҙ яҙмышы менән үрелеп барғас, уй-фекер­ҙәре лә уртаҡ, теле лә халыҡсан, ябай, аңлайышлы.


Рамазанды Ҡарайғандың бө­гөнгө хәле лә, киләсәге лә борсой. Ауылынан ситтә, йәғни ҡалала йәшәһә лә, күңеле менән ауылда ул. Бына ошо яҡынлыҡ китаптың башынан алып аҙағына тиклем авторҙың ауылына булған һөйөүе булып яңғырай. Әҫәр тарихи мәғлүмәттәргә бай булыуы менән уҡыусыны үҙенә тарта һәм ҡыҙыҡлы яһай.


Рамазан Нурғәли улының “Ҡарайған” романы Башҡортостан халҡына, бигерәк тә ауылдаштарына, Ишәй, Әхмәр, Ҡанаҡай, Урман-Бишҡаҙаҡ, Яр-Бишҡаҙаҡ хал­ҡына республикабыҙ 100 йыл­лығын байрам иткән көндәрҙә ҙур бүләк булды, тип уйлайым.

Ишембай районы,

Ҡанаҡай ауылы.


Әүхәҙи МИҢЛЕҒОЛОВ, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
Читайте нас: