Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2019, 12:30

Шыршы тип, урманға йөрөмә

Халыҡ мәж килеп Яңы йыл байрамына әҙерләнә башланы. Күптәр өйҙәренә шыршы ултырта. Тик бына ошо ҡупшы ағас байрам йәмен ебәрмәһен өсөн ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Был турала республиканың Урман хужалығы министрлығы иҫкәртә.

Халыҡ мәж килеп Яңы йыл байрамына әҙерләнә башланы. Күптәр өйҙәренә шыршы ултырта. Тик бына ошо ҡупшы ағас байрам йәмен ебәрмәһен өсөн ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Был турала республиканың Урман хужалығы министрлығы иҫкәртә.
25 ноябрҙән 31 декабргә тиклем республикала “Шыршы-2019” иҫкәртеү операцияһы иғлан ителде. Шыршыны законһыҙ ҡырҡыуға ҡаршы башҡарылған эш был.
Урман хужалығы министрлығының инспекторҙары Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, «Гостехнадзор» инспекцияһы вәкилдәре менән берлектә йәш ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыу осраҡтарын иҫкәртеү өсөн урмандарға сыға, Яңы йыл шыршыларын ташыған машиналарҙы тикшерә. Шулай уҡ һалым хеҙмәте вәкилдәре менән бергә был ағастарҙы законһыҙ әҙерләп һатыу осраҡтарын иҫкәртеү өсөн уларҙы һатҡан урындарға рейдтар ҙа үткәреп тора.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ағасты законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Яза кимәле килтерелгән зыянға ҡарап билдәләнә.
- Иҫкәртеү операцияһы көндәрендә һигеҙ участка урмансылары патруль маршруттары буйынса тикшереүҙәр үткәрә. Ишембай районы буйынса эске эштәр бүлеге һәм Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса 25-се район-ара инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә рейдтар ойошторола. Шыршы һәм ҡарағай ағастарының ҡайҙан килтерелеүе, һатыусыларҙың документтары тикшерелә, - тип уртаҡлашты “Урмансылыҡтарға идаралыҡ итеү” республика дәүләт ҡаҙна учреждениеһының бүлек начальнигы Ғәли Мусин. - Шыршыны үҙ ихтиярың менән бысҡан өсөн физик шәхестәргә 3 меңдән 4 мең һумға ҡәҙәр, ә юридик шәхестәргә 200 меңдән 300 мең һумғаса штраф һалыу ҡаралған.
Күренеүенсә, яуаплылыҡ бик ҙур. Шуға күрә ысын шыршы ҡуйырға теләйһегеҙ икән, уны баҙарҙан һатып алыу күпкә арзанға төшәсәк. “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы” законға ярашлы, һәр бер һатып алыусы Яңы йыл тауарҙарының законлы булыуын дәлилләгән документ талап итә ала. Һатыусы һатып алыусы талабы буйынса тауар чегын йәки накладная бирергә тейеш.
Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, һәр кем шыршы ағасын законһыҙ ҡырҡҡан, әҙерләгән һәм һатҡан кешеләр тураһындағы мәғлүмәтте министрлыҡтың диспетчер хеҙмәтенә 8 (347) 218-14-14 телефоны буйынса шылтыратып хәбәр итә ала.
“Экология” өҫтөнлөклө милли проектының йүнәлештәре күп. Уларҙың береһе тап “Урмандарҙы һаҡлау” тип атала. Әлеге иҫкәртеү операцияһы ла ошо проект сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Сәлим ХАФИЗОВ, “Маҡар урман хужалығы” автономиялы дәүләт учреждениеһы директоры:
- Быйыл Яңы йыл байрамына һатыуға 1500 ҡарағай әҙерләйбеҙ. Әлеге көндә күмәртәләп алыусылар менән эш башланды. Әлбиттә, яҡташтар ошо маҡсатҡа махсус үҫтерелгән, әҙерләнгән ағастар бар икәнен белһен. Шыршы баҙарҙарында оҙаҡламай байрам биҙәгенең төрлөһөн алып буласаҡ. Хаҡы 300-400 һум тирәһендә тирбәлә. Ағас ултыртҡан, уны хәстәрләп үҫтергән кеше урманға балта менән керер алдынан ныҡлы уйланыр. Баҙарҙа әҙере барҙа, ниңә уны рөхсәт ителмәгән ерҙә киҫеп, башыңа мең бәлә алырға? Балалар өсөн дә был бик насар өлгө. Насар ҡылыҡ менән байрам йәмен ебәрмәйек.
Фото: интернет.
Читайте нас: