Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2019, 10:11

Мәңге сылтырап аҡһын Аллағыуат

Яҡташтар белеүенсә, Маҡар ауылы республикакимәлендә уҙғарылған “Матур ауыл” конкурсында ҡатнашып, хаҡлы рәүештә икенсе урыняуланы һәм 300 мең һумлыҡ сертификат менәнбүләкләнде. Күптән түгел үткән халыҡ йыйылышында ошо ҙур бүләкте ауылыбыҙҙың ҡайһы өлкәһендәфайҙаланыу буйынса кәңәш иттек.

Яҡташтар белеүенсә, Маҡар ауылы республика кимәлендә уҙғарылған “Матур ауыл” конкурсында ҡатнашып, хаҡлы рәүештә икенсе урын яуланы һәм 300 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Күптән түгел үткән халыҡ йыйылышында ошо ҙур бүләкте ауылыбыҙҙың ҡайһы өлкәһендә файҙаланыу буйынса кәңәш иттек.


Әлбиттә, уны ауылыбыҙҙы тағы ла йәмлерәк һәм матурыраҡ итеү өсөн файҙаланырға тейешбеҙ.


- Был аҡсаны мәктәп уҡыусылары өсөн яһалма йәшел япмаһы булған спорт майҙансығы төҙөү өсөн тотонорға кәрәк, - был мәктәп етәкселегенең теләге ине.


- Һуң, ауылда әлеге көндә бынамын тигән ике спорт залы бар, яҡты, йылы, уңайлы. Булғанын аҡыллы файҙаланайыҡ, - был халыҡ фекере.


Эшҡыуар Шәрифә Юлғотлина аҡсаға элекке музей эргәһендәге буш ятҡан урынға балалар майҙансығы төҙөү кәрәклеген белдерҙе.


Үҙем иһә был аҡсаны ауылыбыҙҙы шифалы һыу менән тәьмин иткән Аллағыуат шишмәһен төҙөкләндереп, уның исемен республика кимәленә күтәреү кәрәклеге тураһында әйттем. Дәррәү ҡул сабып, ошо башланғысты үткәрергә ризалығын күрһәткән ауылдаштарыма оло рәхмәт белдерәм.


Һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуам. Эргәһендә тыуғанға һәм йәшәгәнгәлер инде, тик ошо шишмә һыуын эсәм. Йәй көнө уның һыуы теште һындырырлыҡ һыуыҡ, ҡыш көнө бер ваҡытта ла туңмай. Маҡарҙа тыуып үҫкән арҙаҡлы табибыбыҙ Валерий Ғүмәр улы Ғиззәтов раҫлауынса, һыуҙың составы кеше организмы өсөн кәрәкле булған микроэлементтарға бик бай. Һыуҙы даими ҡулланыусыларҙың организмына таш ултырмауы асыҡланған. Уның һыуын тотонғанда сәйнүктең төбөнә һәм эргәләренә бер ваҡытта ла юшҡын ултырмай. Һыуы бик тәмле, эскән һайын эске килеп тора. Аллағыуаттың ошо шифаһын аңлап алған ауылдаштар, райондаштар һәм республикабыҙҙың башҡа төбәктәрендә йәшәгән халыҡ йылдың һәр миҙгелендә ошо һыуға килә. Иртәнән кискә тиклем шишмә эргәһендә бидондар, флягалар тейәгән еңел машиналарҙы күрергә була.


Аллағыуат - Алла ҡеүәт биргән шишмә һыуын гәзит уҡыусыларҙың кеме әлеге көнгәсә татып ҡарамаған – күпте юғалтҡан.


Читайте нас: