Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2019, 01:22

Балаңдың саңын борҡотма!

Борон әбейҙәр аят сәйенә саҡырышып, ҡәйнәләр килендәре менән бергә йөрөр булған. Был бушҡа ғына түгелдер. Йәш быуынды үҙ арттарынан эйәртергә, белгәндәрен өйрәтеп ҡалырға тырышҡан улар. Ләкин ҡунаҡ-мәжлестәргә балаларын алып килеүселәрҙе өнәп еткермәгәндәр.
Сиратлашып саҡырыу Хәмдиә әбейгә лә килеп етә. Ҡәйнәһе менән килгән йәш килендең сабыйын да алып килеп, һикертеп ултырғанын күргәс, хужабикә:
--Ҡуйсы, Сабира килен, балаңдың саңын борҡотма,--тигән.
Йәш әсә нимә тиергә лә белмәй:
--Йыуындырып ҡына алып килгәйнем ул,--тип әйткән ти.

Разалия Тувальбаева.


Читайте нас: