Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2019, 23:25

Альбина – еңеүсе!

Ишембайҙың “Балалар, өлкәндәр һәм хаҡлы ялдағылар өсөн өҫтәмә белем биреү” үҙәге етәксеһе Альбина Тарасова Башҡортостандың иң яҡшы социаль эшҡыуарҙары иҫәбенә инде.

Ишембайҙың “Балалар, өлкәндәр һәм хаҡлы ялдағылар өсөн өҫтәмә белем биреү” үҙәге етәксеһе Альбина Тарасова Башҡортостандың иң яҡшы социаль эшҡыуарҙары иҫәбенә инде.
2019 йылдың яҡшы социаль проекты конкурсының төбәк этабында 3 коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм 20 бизнес проекты еңеүсе тип билдәләнгән. Уларҙың бөтәһе лә яҡлауға мохтаж граждандарға, өлкәндәргә, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға, инвалидтарға ярҙамға, тормоштарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Альбина Тарасова етәкләгән “Балалар, өлкәндәр һәм хаҡлы ялдағылар өсөн өҫтәмә белем биреү” үҙәге етәксеһе Ишембайҙа бер нисә йыл эшләп килә. Ул үҙенә өлкәндәр һәм балалар өсөн интеллект һәм хәтерҙе үҫтереү Халыҡ-ара элиталы мәктәбен, “Супер балалар”, “Britannica” инглиз теле, театр студияһын, бизнес-белем биреү үҙәген һәм башҡаларҙы үҙ эсенә ала.
Фото: Ирина Абрамова, Facebook
Читайте нас: