Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2019, 17:30

Туған телгә һөйөү туған моңдан башлана

Үткән йома көндө Ишембай ҡалаһының Милли мәҙәниәттәр үҙәге, “Ағинәйҙәр” төркөмө менән берлектә, 11-се мәктәбенең 3-4 класс уҡыусыларына "Туған телгә һөйөү туған моңдан башлана" тип исемләнгән тәрбиәүи сара үткәрҙе.

Үткән йома көндө Ишембай ҡалаһының Милли мәҙәниәттәр үҙәге, “Ағинәйҙәр” төркөмө менән берлектә, 11-се мәктәбенең 3-4 класс уҡыусыларына "Туған телгә һөйөү туған моңдан башлана" тип исемләнгән тәрбиәүи сара үткәрҙе. Уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы Башҡорт теле көнө менән ихлас тәбрикләп, телебеҙҙе һаҡларға, өйрәнергә, һәм рәхәтләнеп башҡорт телендә һөйләшергә тигән маҡсат менән кисәне алып барҙыҡ.
Байтаҡ йылдар балаларға телебеҙ серҙәрен өйрәткән уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Халикова Нәғимә, атаҡлы шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың фотаһүрәтен күрһәтеп, уның тураһында бик ентекләп һөйләп үтте. Шулай уҡ ағинәйҙәребеҙ ҙә, уҡыусылар ҙа башҡорт яҙыусылары Р. Ғарипов, И. Кинйәбулатов, Р. Бикбай, Р. Назаровтың туған тел тураһында ижад иткән шиғырҙарын сәхнәнән яңғыратты. Залдағылар менән бергә туған телебеҙ тураһындағы мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе иҫкә төшөрөлдө.
Айгөл Миңлеғолова башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы ҡурай тураһында һөйләп , уйнап та күрһәтте. Уҡыусылар, тағы ла думбра, мандалина, ҡумыҙ, гармун, моңдарын тыңлап, моңландылар.
Артабан Нәғимә Халиҡова башҡа илдәрҙә лә башҡорт теленә ҡарата иғтибарҙың артыуын билдәләп үтте.
- Германияла башҡорт телен ғилми йәһәттән өйрәнеү менән төркиәтсе, башҡорт тел белгесе Маргарет Ингеборг Эрсен-Раш, Венгрияла венгр төркиәтсеһе, филология фәндәре докторы Йожеф Торма шөғөлләнһә, - тине ул үҙенең сығышында. - Әлеге ваҡытта Варашава студенттарына Вячеслав Чернев башҡорт теле буйынса белем бирә. Әйткәндәй, был урыҫ егете — башҡорт теленә мөкиббән ғашиҡ булған кеше, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт теле филологияһы факультетын тамамлаған. Төркиәнең Истанбул университетында ла студенттар башҡорт телен өйрәнә. Уҡытыусылары — ошо университет профессоры Исмәт Бинәр.
Йыр-моң, шиғырҙар менән үрелеп барған сараға уҡыусылар үҙҙәре лә ҡушылып китте: яратҡан шиғырҙарын һөйләне.
Кисә аҙағында уҡыусылар ағинәйҙәр менән бергәләп Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә Юлай Моратов ижад иткән "Башҡорт телендә һөйләшәм" йырын башҡарҙы. Был тик моң һәм илаһи шиғриәттән торған кисә ҡатнашыусыларҙың һәр береһендә йылы тойғолар ҡалдырҙы.

Раушания ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: