Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2019, 14:04

Өйҙә сысҡан булмаһын тиһәк…

Республикала һуңғы йылдарҙа сысҡандар ишәйҙе.

Республикала һуңғы йылдарҙа сысҡандар ишәйҙе.
Көндәр һыуытҡас, улар йылы , ҡоро урын эҙләп, өйгә инә. Бесәй булған урында, әлбиттә, был хайуандарға урын юҡ. Кимереүселәр бөтнөк, еҙтөймә, аҡ сәскә (ромашка) еҫен дә яратмай. Йәй йыйған сәскәләрҙе ҡаралтыға ҡуйһағыҙ, сысҡандарҙан ҡотолорһоғоҙ. Уларҙы бөтөрөү өсөн аптеканан хлорлы калий алып, өңдәренә һибәләр. Яндырылған резина еҫен дә яратмайҙар. Баҙҙа, келәттә иҫке покрышка яндырырға мөмкин. Сысҡандар күпләп йөрөгән урындарҙа һауыт менән көл ҡуйыу ҙа яҡшы. Был һелтеле матдә уларҙың тиреһен тишә. Әлбиттә, кимереүселәргә ҡаршы ағыуһыҙ ҙа көрәшеп булмай. Дарыуҙы санэпидемстанцияларҙан алырға тырышығыҙ.

Зөһрә Йәһүҙина
Фото: интернет.

Читайте нас: