Ошо көндәрҙә ҡалала Стахановсылар урамы, 60а адресы буйынса яңы йорт файҙаланыуға тапшырылды. Өс ҡатлы йортта 34 фатир булһа, уның 24-е етемдәргә тәғәйенләнгән.
Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн федераль һәм республика ҡаҙаһы иҫәбенә башҡарылған был ҙур ярҙам сараһы. Кисә йортто ҡабул итеү буйынса комиссия, фатирҙар буйлап йөрөп, төҙөлөш эштәренең сифатын баһаланы. Ошо йылдарҙа үҙен ышаныслы ойошма булараҡ танытҡан “Строй Гарант” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөгән йорттарҙың береһе был. Йылы, яҡты фатирҙарға ҡарап күңел һөйөнә. Килеү менән йәшәп алып китергә бар мөмкинлектәр бар. Төрлө тармаҡ белгестәренән торған комиссия ағзалары фатирҙарҙы ентекле ҡарап, үҙ фекерен әйтте, асыҡланған ҡайһы бер ваҡ етешһеҙлектәр тиҙ арала төҙәтерлек. Фатирҙарҙы ҡабул итеүҙә яңы хужаларҙың ҡайһы береһе үҙе лә ҡатнаша алды.
Комиссия рәйесе, район хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм инфраструктура үҫеше буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Салауат Хәйретдинов йортҡа яҡшы баһа бирҙе, төҙөүселәргә рәхмәтен белдерҙе. Әммә асыҡланған етешһеҙлектәр бөтөрөлөргә тейеш.
Бик тиҙҙән фатир асҡыстары тантаналы рәүештә уларҙың яңы хужаларына тапшырыласаҡ.