Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2019, 20:30

Балаларға хәүеф янай!

Ошо көндәрҙә тәфтишселәр Новосибирскта 7-се клас уҡыусыһының үлем сәбәптәрен тикшерә. Класташтарының ата-әсәләре иһә уның снюстан үлгәнлеген раҫлап, бер-береһен WhatsApp чатында ағыулы матдәнең зыяны хаҡында иҫкәртә. Малайҙың элегерәк токсикомания менән шөғөлләнеүе лә билдәле булған. Интернет селтәре ошоға оҡшаш ваҡиғаларҙың әле бер төбәктә, әле икенсеһендә теркәлеүен хәбәр итеп тора. Әле яңы ғына Екатеринбургта ике үҫмер тап снюстан ағыуланып үлемдән саҡ ҡалған. Республиканың Ҡырмыҫҡалы районында 12 йәшлек малай ошо «кәнфит»тән дауаханаға эләгә. 15 йәшлек уҡыусы уны интернет аша һатып алып, үҙенең 12 йәшлек танышына кәнфит тип алдап биргән.

Ошо көндәрҙә тәфтишселәр Новосибирскта 7-се клас уҡыусыһының үлем сәбәптәрен тикшерә. Класташтарының ата-әсәләре иһә уның снюстан үлгәнлеген раҫлап, бер-береһен WhatsApp чатында ағыулы матдәнең зыяны хаҡында иҫкәртә. Малайҙың элегерәк токсикомания менән шөғөлләнеүе лә билдәле булған. Интернет селтәре ошоға оҡшаш ваҡиғаларҙың әле бер төбәктә, әле икенсеһендә теркәлеүен хәбәр итеп тора. Әле яңы ғына Екатеринбургта ике үҫмер тап снюстан ағыуланып үлемдән саҡ ҡалған. Республиканың Ҡырмыҫҡалы районында 12 йәшлек малай ошо «кәнфит»тән дауаханаға эләгә. 15 йәшлек уҡыусы уны интернет аша һатып алып, үҙенең 12 йәшлек танышына кәнфит тип алдап биргән.
Снюс ҡулланған үҫмерҙәр үҙҙәренең хәле менән уртаҡлашып, береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ видео һала. Ауыҙымда бер минут та тотманым, ҡан ҡоҫа башланым...
Балаларҙы бындай хәүеф-хәтәрҙән нисек аралап ҡалырға? Әле һәр ата-әсәне тап ошо һорау борсорға тейеш. Нимә һуң ул снюс, нимәһе менән хәүефле һәм ниңә ул беҙҙең балаларға ирекле һатыла? Хәлде бергәләп асыҡлайыҡ.
Нимә ул снюс?
“Снюс” йәштәр араһында таралған сираттағы мода. Никотинлы был кәнфит, имеш, тәмәкене алмаштыра, зыяны әҙерәк. Белгестәр иһә бының киреһен раҫлап, урынлы саң ҡаға. Йоҡоно һәм характерҙы боҙа, агрессия тыуҙыра, ҡыҫҡа ваҡытта никотинға ныҡлы бәйләй иҙәр уның тураһында. Ә бына артығыраҡ ҡулланһаң, үлемгә килтереүе лә ихтимал. Снюс компоненттары организмға тәмәке тартыуға ҡарағанда тиҙерәк эләгә. Снюстың бер төргәгендә никотин миҡдары тәмәкегә ҡарағанда 50 тапҡыр күберәк булыуы билдәле. Йәштәр, балалар араһында уны ҡулланыу эпидемия рәүешен ала бара тиһәк тә арттырыу булмаҫ. Етештереүселәрҙең уны емешеләк еҫле “кәнфит” йә “мармелад” итеп, матур ҡаптарға төрөп сығарыуы ла быға булышлыҡ итә.
Балағыҙҙың ни менән йәшәүен белегеҙ! Әгәр баланың тынысһыҙ, агрессив булыуын һиҙһәгеҙ, мәктәптә насар билдәләр ала башлаһа, тәмәке тартыуға ҡағылышлы һорауҙарға киҫкен яуап бирһә, йоҡоһо үҙгәрһә, был хәлгә ныҡлы иғтибар итегеҙ! Иң яҡшыһы – бала мелән был турала асыҡтан-асыҡ һөйләшеү. Шулай уҡ уның әйләнә-тирәһендәге дуҫ-иштәре хаҡында хәбәрҙар булығыҙ. Балалар тап бербереһенән күреп уны беренсегә “тәмләй”. Снюсты берәмләп һатып, килем алыуҙы уйлағандар үҙҙәренән кесерәктәрҙе тәүҙә уның менән бушҡа һыйлай...
Тәмәкенең кеше организмына ни тиклем зыянлы булыуы хаҡында күпме һөйләйҙәр һәм яҙалар, әммә был һүҙҙәр кемдеңдер аңына барып етә, кемдекенәлер - юҡ. Ә бит нәҡ тәмәкенең күп кенә ауырыуҙар барлыҡҡа килеүенә сәбәп булып торғаны күптәргә билдәле. Ә снюстарҙы тәмәкегә ҡарағанда зыянһыҙыраҡ тигән фекер таратыу төптө ялған, ти белгестәр.
Ә беҙҙә нисек һуң?
Ишембайҙа снюстарҙың һатылыуһатылмауы хаҡында белешеү өсөн кибеттәргә юландым. Үҙәк урамдарҙың береһендә урынлашҡан “Ҡунаҡһарай”ға инәм. Беренсе ҡатта ишек янында ыҡсым ғына урында мөләйем ҡыҙ тәмәке, кальян кеүек ваҡ-төйәк һатып тора. Снюстар бармы, тип һорашам. Эйе, бар. Күрһәтегеҙ әле, тип төпсөнә башланым. Һатыусы ҡыҙҙы өркөттөм, күрәһең: “Юҡ, һеҙ бит йәш түгел, күрһәтмәйем һеҙгә!” тип асыулы ғына яуап ҡайтарҙы. “Улай булғас, минән йәшерәктәргә, балаларға һатаһығыҙмы?” тигәс, ятланған яуабын ишеттем: 21 йәштән үткәндәргә генә тәҡдим итәбеҙ, законда был тыйылмаған...
“Аструм” сауҙа йортонда, ”Красное и белое” магазиндарында ла ул асыҡтанасыҡ һатыла. Әммә снюстың күрәләтә балаға һатып ебәреүҙәрен күрергә тура килмәне.
Магазиндарҙан тыш, интернет селтәрендә күпме снюс, кальян, электрон тәмәкеләр һатылған төркөмдәр булыуын белгәндә, ысындан да, бөгөнгө быуынды ағыулау маҡсаты ҡуйылған кеүек тойола.
Снюсты ниңә закон тыймай?
2015 йылда Рәсәй Дәүләт Думаһы “һура торған тәмәке” менән сауҙа итеүҙе тыйыу тураһында” закон ҡабул итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙенең файҙаһын ғына ҡыуған етештереүселәр снюсты 2016 йылдан сәйнәй торған рәүештә сығара башланы. Шуға хәҙер уны онлайн кибеттәрҙә лә, тәмәке һатыла торған башҡа урындарҙа ла иркен алырға була. Был 2010 йылда спайс һәм психоактив ҡатнашмаларға бәйле булған хәлде хәтерләтә. Спайстарҙың формулалары йыш үҙгәреп торғанға күрә, уларҙы тыйып өлгөрә алмайҙар ине. Үҫмерҙәр күпләп ағыулана башлағас ҡына, 2015 йылда Рәсәйҙә спайс һатыуҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде. Снюсҡа ҡаршы ла нәҡ шундай сара кәрәклеге көн кеүек асык. Ҡайһы бер төбәктәрҙә активистар полиция менән бергәләп, снюс һатыусыларға ҡаршы саралар күрә башланы.
Ниһайәт, яңыраҡ Башҡортостанда балаларға электрон тәмәкеләр, кальяндар, вейптар, тәмәкеһеҙ тартыу ҡатнашмалары, таштар, сироптар һәм уларҙың аналогтары тыйылды. Республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары бәлиғ булмағандарға ошондай тауарҙар һатыуҙы сикләү тураһында тейешле закон ҡабул итте.
“Тиҙҙән Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына балаларға ошо тауарҙарҙы законһыҙ һатҡан өсөн яуаплылыҡ билдәләгән үҙгәрештәр индерелә, - тип аңлатты Башҡортостан Республикаһы - Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константи Толкачев. - Тәүҙә, тыйыуға ҡарамаҫтан, яза нормаһының булмауы мөмкин. Шулай ҙа сауҙа селтәрҙәре вәкилдәре әле үк законды үтәр тип ышанам. Уларҙың абруйы туранан-тура шуға бәйле. Өҫтәүенә бындай хәл оҙаҡ дауам итмәҫ”.
Башҡортостан парламенты спикеры яҡын арала законды боҙған өсөн яза билдәләнер тип вәғәҙәләне. Ә уға тиклем уның үтәлешен йәмәғәтселәр контролдә тота.
Снюс кеүек ағыулы нәмәләр һатыусылар артабан да табылып торасаҡ. Йәмәғәтселеккә, ата-әсәләргә уяу булырға кәрәк!
Фото: интернет.
Читайте нас: