Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2019, 20:00

Ғалим фекере

"Ә. Вәлидиҙе яҡындан белеп, күреп, аралашып йөрөгән ғалимдар уны бөйөк ғалим эйәһе булараҡ та, кешелек сифаттары йәһәтенән дә бик юғары баһалай. Төркиәлә уны үҙҙәренең остазы тип иҫәпләгән бер төркөм арҙаҡлы шәхестәр үҫеп сыҡты. Улар араһынан профессор Тунжер Байҡара 1990 йылда " Әхмәт-Зәки Вәлиди Туған" тигән исем аҫтында бөйөк ғалимдың тормошона һәм ижадына арналған монография баҫтырып сығарҙы.

"Ә. Вәлидиҙе яҡындан белеп, күреп, аралашып йөрөгән ғалимдар уны бөйөк ғалим эйәһе булараҡ та, кешелек сифаттары йәһәтенән дә бик юғары баһалай. Төркиәлә уны үҙҙәренең остазы тип иҫәпләгән бер төркөм арҙаҡлы шәхестәр үҫеп сыҡты. Улар араһынан профессор Тунжер Байҡара 1990 йылда " Әхмәт-Зәки Вәлиди Туған" тигән исем аҫтында бөйөк ғалимдың тормошона һәм ижадына арналған монография баҫтырып сығарҙы.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған 1970 йылда - һикһәненсе йәшендә яҡты донъя менән хушлаша. Профессор Карл Ян уның үлеменә ҡарата: "…XIX быуат аҙағы - XX быуат башы урыҫ тарихсылары мәктәбе йәшәүҙән туҡтаны, сөнки В. Бартольд менән В. Минорскийҙан һуң хәҙер Әхмәтзәки Вәлиди Туған арабыҙҙан китте", - тип, бөйөк ғалимдың донъя шәреҡселек фәнендә тотҡан урынына бик юғары баһа бирә.
Һәр халыҡта уның рухын, мәҙәниәтен, тарихын тәрән, тулы һәм баҙыҡ кәүҙәләндергән шәхестәр була. Ғәҙәттә, улар меңәр йылға бер тыуа. Шундай арҙаҡлы шәхестәрҙең береһе - Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Ул ысынлап күп яҡлы талант эйәһе, бөтә донъя кимәлендә билдәле булған бөйөк ғалим һәм тарихсы була. Бик күп төрки телдәрен яҡшы белгән, фарсы, ғәрәп, урыҫ, немец телдәрендә иркен һөйләшкән, шулай уҡ инглиз, француз телдәрен үҙләштергән ғалим. Тәүге китабы "Төрөк һәм татар тарихы" Әхмәтзәки Вәлидигә егерме бер йәш булғанда ғына баҫылып сыға. Үҙенең тәүге үҙ аллы тарихи-этнографик эҙләнеүҙәрен бөрйән башҡорттары араһында башлай. 1913 йыл "Шура" журналында "Бөрйән башҡорттары" исемле мәҡәләләре баҫылып сыға. Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың "Хәтирәләр" китабында был турала түбәндәге юлдар яҙылған: "Мин башҡорттарҙың ифрат бай фольклорының татарҙар һәм рустар йоғонтоһо аҫтында ярлылана барыуын, шулай ҙа боронғо төрөк мәҙәниәтенең ҡайһы бер сифаттарын иң тулы кимәлдә һаҡлаусылар бөрйән башҡорттары булыуын, милли моңдоң һәм дастандарҙың бында әле булһа йәшәп килеүен тасуирланым… Улар ҡоралды батырҙарса ҡулланыуы, атта йөрөү маһирлығы менән хәҙерге көндә лә боронғо төрөк тарихы ғәскәрҙәренең рухын йәшәтеп килә".
Әхмәтзәки Вәлиди фольклор материалдарын йыйған, археологик һәм этнографик эҙләнеүҙәр алып барған, һирәк осрай торған ҡулъяҙма китаптар менән ҡыҙыҡһынған. Күренекле сәйәхәтсе Ибн Фаҙландың яҙмаларын табып, уларҙы өйрәнеп, немец телендә докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған. Бынан тыш та ғалимдың бик күп хеҙмәттәре донъя күрә. Ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарында ул "Хәтирәләр" китабы өҫтөндә эшләй. Әхмәтзәки Вәлиди Туған үҙе һайлаған фәндең мәшһүр вәкиле булып тора, сөнки ғилми эшмәкәрлегенең әһәмиәте бөгөнгө көндә лә баһалап бөткөһөҙ".

Тарих фәндәре кандидаты Әхәт СӘЛИХОВ.
Читайте нас: