Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2019, 19:25

Ил киләсәге илһөйәрҙәр ҡулында

Ватан батырҙары көнө уңайынан ҡалабыҙҙың Геройҙар аллеяһында тантаналы саралар булып үтте.

Ватан батырҙары көнө уңайынан ҡалабыҙҙың Геройҙар аллеяһында тантаналы саралар булып үтте.
Был иҫтәлекле дата Рәсәйҙә 2007 йылда булдырылды һәм батырҙарыбыҙҙы хәтерләү, бөгөнгө быуындың илебеҙ тарихын белеүе йәһәтенән сараның әһәмиәте ҙур. Һәр дәүерҙең үҙ батырҙары. Советтар Союзы Геройҙары, Рәсәй Геройҙары – йәш быуын өсөн тап улар илһөйәрлек өлгөһө.
Район хакимиәте башлығы Азамат Фәрит улы Абдрахманов тантанаға йыйылған уҡыусылар алдында сығышында тарихҡа күҙ һалып, халҡыбыҙҙы һәр ваҡыт тыуған ил, Ватан тойғоһо берләштереүен әйтте.
Ишембай ҡалаһы һәм районының хәрби комиссары Кирилл Клюкиндың һүҙҙәре лә йәш быуынға теләк булып яңғыраны. Илебеҙҙең именлеге, үҫеше өсөн тырышлыҡ һалыу, илһөйәр йолаларҙы быуындан быуынға тапшырыу һәр ҡайһыбыҙҙың изге бурысы.
Сарала Ишембай ҡалаһы һәм районынан сыҡҡан Советтар Союзы Геройҙарының исем-шәрифтәре һанап үтелде, был батырҙарыбыҙ хаҡында яҡты иҫтәлектәрҙе яңыртты.
Фото: автор.
Читайте нас: