Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернатында билдәле шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Тамара Юлдашева менән осрашыу булып үтте. Сарала шулай уҡ талантлы яҙыусы Гөлнур Яҡупова ла ҡатнашты.
Башҡортостан ғорурлығы булған Тамара Юлдашеваның ижадын яратыусыларҙы, шиғри күңеллеләрҙе берләштерҙе әлеге байрам. Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфис Фәйзуллин яҡташыбыҙҙы тәбрикләп, уға район хакимиәтенең маҡтау грамотаһын тапшырҙы. Стәрлетамаҡ ҡалаһының яҙыусылар берлегенән ҡәләмдәштәре сығышы ла сараны байытты.Осрашыуға килеүселәр Тамара Юлдашеваның бай ижадын йәнә бер байҡап күңел ялы алды. Ҡаланың төрлө мәктәптәренән йыйылған уҡыусылар иһә шағирәгә береһенән-береһе ҡыҙыҡлы һорауҙар яуҙырҙы.
- Башҡорт лицей-интернатында быға тиклем дә булғаным бар ине. Бер төркөм яҙыусылар менән килеп, Фәүзиә Рәхимғолованың хәтер кисәһен уҙғарғайныҡ. Шул ваҡыттан уҡ белем усағығыҙ күңелемә яҡын булып ҡалды. Тап һеҙҙең, хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, нурлы йөҙөгөҙ, ҡыҙыҡһынып һорауҙар биреп ултырыуығыҙ менән осрашыу йәнле килеп сыҡты, -тине Тамара Юлдашева.
Ишембай ҡыҙын данлап ошондай матур сара уҙғарғандары өсөн стәрлетамаҡтарға рәхмәт.