Ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү “Мәғариф” милли проекты үҙ эсенә алған маҡсаттарҙың береһе булып тора. Күңелгә үтеп ингән документаль фильмда бөтә ил буйынса мохтаждарға ярҙам итеүсе 10 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар хаҡында һүҙ бара. Улар эш хаҡы өсөн түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса әйләнә-тирәһендәгеләргә изгелек ҡыла.