Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2019, 15:28

"Ир башың менән ғәйбәт таратып йөрөмә..."

Үҫмер саҡ. Яҡын ғына йәшәгән оло йәштәге инәй иҙәнен йыуып биреүҙе һораны. Ауыл ҡыҙына был эшме ни ул?! “Һә” тигәнсе тупһаһына тиклем йыуып сығыуыма үрге остараҡ йәшәгән бер бабай килеп инде. Был инәй менән улар сыбыҡ осо туғандар ине шикелле.
Әбекәй иҙән йыуһаң да, һыу килтерһәң дә, сәй эсермәйенсә сығармай. Был юлы ла аҫалы балаҫ түшәлгән урындығында сәйе әҙер ине инде. Әлбиттә, йомош менәнме, әллә былай ғына хәл белергә типме килгән олатайҙы ла түргә әйҙәне. Мин ҡайтыу яғын ҡараһам да, ай-вайыма ҡуймай табынға ултыртып ҡуйҙылар.
Ололар үҙ-ара ауыл яңылыҡтары, донъя хәлдәре тураһында һөйләшә, мин шым ғына ҡапҡылап ултырам. Бер мәл бабай тәмләп тороп хәбәрен тағатты:
- Анау үрге ос Миңсара килен бәпәй тапҡан тей, ишеттеңме?
- Ишетмәгәйнемсе, ҡалай һәйбәт булған.
- Һәйбәтме, түгелме – белмәйем. Ун йылдан ашыу бала тапмай йөрө-йөрө лә бер көн килеп ауырға ҡалсы әле. Бында ниндәйҙер ғиллә бар... Иренәнме икән тип шикләнәм... Улай-былай берәй эш ҡылманымы икән? – тип хәбәрен сурыта ғына башлағайны:
- Ыста, ҡуйсы әле, Хәйбулла ағай, кем олоһо, кем кесеһе булып, ундай хәбәр һөйләп ултырма! Тапһа ни булған! Бына мин ул килен өсөн хатта ҡыуанамсы. Һәр кемдең дә бала һөйгөһө килә. Ир башың менән ғәйбәт таратып йөрөмә, ул хәбәреңде башҡа ерҙә һөйләйһе булма! – тип йорт хужабикәһе уны кинәт бүлдерҙе, тауышында асыу, һуҡраныу ҙа һиҙелеп ҡуйҙы.
- Ярай, ярай, - тип бабай ризалаша һалды, һөйләшеү шунда уҡ икенсе юҫыҡҡа күсте.
Күрше әбейҙең шул саҡтағы ҡылығын әле килеп баһалайым да, Мостай Кәрим әҫәрендәге “ауыл адвокаты” булған икән ул, тип уйлап ҡуям. Ҡатын-ҡыҙ затының бер-береһенең эске халәтен аңлауы ла асыҡ ярылып ята был бәләкәй генә миҫалда.
Фото: culture.ru
Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: