Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2019, 12:35

Тиҙҙән тау шыуасаҡбыҙ...әммә

Яңы йыл алдынан ҡала парктарында, ауыл мәктәптәре, мәҙәниәт йорттары алдындағы майҙансыҡтарҙа тормош йәнләнә – байрам шыршыһы ҡуйыу менән уның янына һырғалаҡ, тау шыуыу өсөн урындар ҙа эшләнә башланы.

Ҡышҡыһын рәхәтләнеп боҙҙа ла шыумағас, тип тә әйтерһегеҙ. Әммә травматологтар балаларҙың иң күп йәрәхәт алған осраҡтары ошо мәлгә тура килеүен билдәләй. Тауҙарҙан шыуғанда уларҙың берәүһенә ҙур тиҙлек менән икенсеһе килеп бәрелә, йә улар йығылып умыртҡа һөйәген, аяҡ-ҡулын һындырған. Ҡайһы бер ата-әсәләр хәүефле булыуҙы уйлап та бирмәй ҙур боҙ тауҙарынан өлкән балалар менән бәләкәйҙәрҙе лә шыуҙырырға ҡурҡмай. Текә тауҙарҙан тюбингтарҙа ла шыуыу хәүефле икәнен хәтерҙән сығармайыҡ.
Балалар һаулығына хәүеф менән янаған һырғалаҡтарҙан шыумағыҙ. Яҡындарыбыҙҙы хәүефкә дусар итмәйек. Һаҡланғанды ғына Хоҙай һаҡлар.
Фото: интернет.
Читайте нас: