Яңы йыл боҙ ҡаласыҡтары ҡаланың Ленин һәм Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙандарында, шулай уҡ Көньяҡ биҫтәһендә төҙөләсәк. Муниципаль берәмек иғлан иткән конкурс шарттарына ярашлы, был эштәр 20 декабргә тиклем тамамланырға тейеш. Подрядсы боҙ объекттарҙы әҙерләргә, урынлаштырырға, ә аҙаҡ уларҙы кире һүтеп алырға тейеш.