Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2019, 00:21

Күңел йылыңды өләш

1 декабрҙән 31-нә тиклем Ишембай районы һәм ҡалаһында “Ҡыш Бабай бүләктәре” тип исемләнгән хәйриә акцияһы уҙғарыла. Ул йыл һайын “Ғаилә” көньяҡ район-ара үҙәгендә ойошторолоп килә.

1 декабрҙән 31-нә тиклем Ишембай районы һәм ҡалаһында “Ҡыш Бабай бүләктәре” тип исемләнгән хәйриә акцияһы уҙғарыла. Ул йыл һайын “Ғаилә” көньяҡ район-ара үҙәгендә ойошторолоп килә.
Был акцияның маҡсаты – йәмәғәтселектең иғтибарын ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр һәм балаларҙың проблемаһына йәлеп итеү, ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтеү.
Мәрхәмәтлек ярҙамы яңы йыл бүләктәре рәүешендә ҡабул ителә. Бүләктәрҙе ”Ғаилә” Көньяҡ район-ара үҙәгенә, Ишембай ҡалаһы, Стахановсылар урамы, 67-се йорт, 13-сө кабинетҡа тапшыра алаһығыҙ. Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (34794) 4-18-84.

Фото: интернет.
Читайте нас: