Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2019, 16:50

Егеттәр әрмелә һынала

Хәрби кейем кейгән, әрмене үткән егеттәргә элек-электән һоҡланып та, ғорурланып та ҡарағандар. Ошо көндәрҙә генә Ватан алдындағы бурысын лайыҡлы үтәп, тағы ла бер һалдатыбыҙ - Илһам Мөхәмәҙуллин армиянан ҡайтып төштө.

Хәрби кейем кейгән, әрмене үткән егеттәргә элек-электән һоҡланып та, ғорурланып та ҡарағандар. Ошо көндәрҙә генә Ватан алдындағы бурысын лайыҡлы үтәп, тағы ла бер һалдатыбыҙ - Илһам Мөхәмәҙуллин армиянан ҡайтып төштө.
Егет Ырымбур ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Хәрби бурысын өлгөлө үтәгән өсөн уға ҡайтыр алдынан грамота ла тапшырыла. Улдарын айлап түгел, көнләп көткән атайәсәй өсөн ошонан да ҙурыраҡ шатлыҡ бармы икән?
- Үҙе теләп армияға китте. Улыбыҙҙың иҫән-һау, өлгөлө хеҙмәт итеп ҡайтыуына ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Бәләкәйҙән үҙ аллы булып үҫте. Ике ҡустыһына ла һәр ваҡыт таяныс була белде. Хәрби хеҙмәт улыбыҙға тик яҡшы сифаттар өҫтәгән, – ти әсәһе Гүзәл Кашафетдин ҡыҙы.
Булыр бала – биләүҙән, тиҙәр. Илһам да бәләкәйҙән уҡыуҙа ла һынатмай, спорт менән дуҫ була, шашка, шахматҡа ла, йырға ла оҫталығы күренә. Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында уҡығандан һуң Ишембай нефть колледжында һөнәр ала. Физик яҡтан ныҡ булып үҫеүе хеҙмәт иткәндә лә ярҙам итә, еңел атлетика буйынса ярыштарҙа алдынғы урын яулай. Бер йыл ғүмерен әрмегә бағышлауға һис кенә лә үкенмәй Илһам. Уның кеүек хәрби хеҙмәт үтеп, үҙендә ышанысы артҡан тәрбиәле, белемле егеттәр ғаиләһенең, иленең таянысы. Ә ошондай улдар үҫтереүсе атай-әсәйҙәр оло хөрмәткә лайыҡ.
Фото: ғаилә архивынан.
Читайте нас: