“Еңеү! Еңеү! Ур-р-а-а! Беҙҙекеләр ниместәрҙе еңгән!” – тип һөрәнләп, урамда өс-дүрт бала йүгереп уҙҙы. Гөлниса күтәрмәне йыуып йөрөгән еренән, ҡыҫтырылған итәктәрен тиҙ генә ысҡындырып, тышҡа ашыҡты. Унда, балаларҙың бар тереклекте уятҡан шат хәбәрен ишетеп, бер нисә ҡарт-ҡоро күренә башлағайны ла инде.
Гөлниса, ҡапыл күҙ алдары ҡараңғыланып, башы әйләнеп йығылып китмәҫ өсөн, ҡойма буйында ятҡан бүрәнәгә сүгәләне. “Еңеү! Һуғыш бөткән! Һалдаттар ҡайта башлаясаҡ. Ире Хаммат та ҡайтып төшәсәк был ҡәһәрле һуғыштан”, тигән уй телеп үтте ҡатындың мейеһен.
Бөтә донъя, ил, Башҡортостан, Гөлнисаларҙың ауылы һуғыш бөткәнгә шатланған мәлдә, уның башын ҡайғы баҫты. Һуғыш бөттө – ҡатын өсөн тыныс көндәр, тыныс төндәр бөттө. Бына-бына Хаммат ҡайтып инер ҙә, дүрт яғың ҡибла тип, өйҙән ҡыуып сығарыр. Улай ғына ваҡсылланып тормаһа йәки үҙен тота алмаһа, ишектән инеү менән үлтерә һуғыр. Дүрт йыл үлем менән йәнәш атлап йөрөгән, ике тапҡыр яраланған, контузия алған һалдаттан барыһын да көтөргә мөмкин!
Еңеү көнөнән бер аҙна ваҡыт үтте, урманда йәшенеп көн иткән Сәйфетдиндең Гөлниса янына бер тапҡыр ҙа килгәне булманы. Еңеү тураһында ла белмәйҙер инде. Әллә бер-бер хәл булдымы, ҡулға алып ҡуйҙылармы? Ҡулға алһалар, һис шикһеҙ, ауыл аша үтерҙәр, йә булмаһа, кешенән ишетелер ине. Гөлниса Сәйфетдинде уйлап борсолдо. Һөйөклөһө әгәр бөгөн дә килмәһә, иртәгә төндә үҙе уның янына барасаҡ. Тик уға тиклем Хаммат ҡайтып төшмәһә... Ул саҡта инде ни булырын ҡатын әлегә күҙ алдына ла килтерә алманы.
Гөлниса алты йәшлек улы Аҫылйәрҙе йоҡларға һалды ла тышта ишетелгән һәр бер тауышты, ҡыштырлауҙы иғтибар менән тыңланы. Ҡапҡа асылып китмәҫме лә ире Хаммат килеп инмәҫме? Йә, ғәҙәттәгесә, һаҡ ҡына, тәҙрә сиртеп үҙенең килеүен Сәйфетдин һиҙҙермәҫме? Хәйер, ул килергә иртәрәк бит әле, саҡ ҡараңғы төштө...
Һуғыш бөткәс, дошманыңа ла теләмәҫ көнгә ҡалды Гөлниса. Бер уйлаһаң, Хамматтың ҡайтыуынан да ҡурҡмай ине ул. Билдәһеҙлек өттө ҡатындың йөрәген. Үлтерерме, ҡыуып ҡына сығарырмы? Барыһы ла ире ҡайтҡас асыҡланасаҡ. Шуға тиклем йәшәйем әле, нисек булһа ла, тип уйланы.
Ире илебеҙ азатлығы өсөн, ҡатыны Гөлниса, улы Аҫылйәр бәхете өсөн фашисты тыуған еребеҙгә үткәрмәй ҡанын ҡойғанда, ул бында бөтөнләй икенсе ирҙән буйға ҡалып ултыра...
Тәү ҡарауға аҡылға һыймаҫлыҡ осраҡ, таш менән бәргесләй торған хәл. Һуғыштағы иренә хыянат итеп, башҡанан бала табыуҙы ниндәй ҡанундар яҡлар ҙа кем хуплар?! Гөлниса өсөн, яҙ етеп, ауыры күҙгә күренеп һиҙелә башлағас, ауылдаштарының уны йоторҙай һыуыҡ ҡарашы, ишеткән мыҫҡыллы һүҙҙәре таш менән бәргәндән дә хәтәрерәк ине. Иң ауыры тыумаған сабыйҙың атаһы кем икәнлеген аптырашып юраған һүҙҙәрҙе ишетеү булды. Кемде генә ҡушманылар йәш ҡатынға: яраланып һуғыштан ҡайтҡандарын да, әле китмәгән йәштәрҙе лә, хатта ҡарт-ҡороно ла. Халыҡ уның менән аралашмаһа ла, ситләтеп йәберһетһә лә, барыһына түҙҙе. Уны аңларлыҡ берҙән-бер кеше – әсәһе, һуғыштан иренең үле хәбәрен алғандан һуң сиргә һалышып, ҡыҙының да аяныс хәлгә ҡалыуына ныҡ ҡайғырып, ҡышты сығыр-сыҡмаҫ, яҡты донъянан китеп барҙы.
Мөхәббәт йәшәтте Гөлнисаны! Ярты йылдан ашыу урманда ҡасып йөрөгән Сәйфетдиндең һөйөүе, һөймәһә лә, никахлы ире Хамматтан тапҡан Аҫылйәре, оҙаҡламай тыуасаҡ сабыйы уға йәшәргә көс бирҙе.
Йәштән һөйгән йәре Сәйфетдин менән ете-һигеҙ йылдан ашыу күрешмәгәйне Гөлниса. Ауылда хәллеләрҙән һаналған ата-әсәһен һәм туғандарын кулак итеп һөргөнгә ебәргәс, түшәктә ныҡ ауырып ятҡан бәләкәс Сәйфетдинде өләсәһе тәрбиәләп үҫтерҙе. Тик “кулак балаһы” ла, егет ҡорона ғына еткәс, нахаҡҡа ғәйепләнеп, ғаиләһе артынан Себергә оҙатылды. Совет власын халыҡ дошмандарынан таҙартыуҙа Хаммат етәкләгән ауыл комсомолецтары бик әүҙемлек күрһәтте шул...
Былтыр көҙ, төн уртаһында, Аҫылйәрен ҡосаҡлап йоҡлап ятҡан Гөлнисаны саҡ ишетерлек тәҙрә сирткән тауыш уятты. Йөрәгенә шом төшкән ҡатын, бесәй һаҡлығы менән барып, ҡорған ситенән тышҡа баҡты.
– Кем йөрөй унда? – тип һораны ул, ҡурҡышынан ҡалтыранған тауыш менән.
– Ҡурҡма, Гөлниса! Был мин – Сәйфетдин! – тине тыштағы шәүлә.
– Сәйфетдин?! Нисек?.. – ҡатын урамға атлыҡты.
Өйгә инеп, ҡараңғылыҡта, бер-береһенә һыйынып торғас, бысранған, йыртылып бөткән һалдат кейемендәге Сәйфетдингә ҡатын:
– Һин... Ҡайҙан? Әллә һуғыштан ҡасыпмы? – тине.
– Һуғыштан түгел!.. Мин плендан ҡастым, Гөлниса!
– Плендан?! Бында килгәнһең, Хаммат өйҙә булыр, тип уйламаныңмы?
– Уйламаным. Сөнки уның һуғышта икәнлеген беләм – осраттым...
Сәйфетдин, өҫ-башын Хамматтың иҫке кейеменә алыштырып, әҙерәк тамаҡ ялғап алғас, күргән-кисергәндәрен Гөлнисаға һөйләй башланы:
– Мине бит бер ғәйепһеҙгә Себергә һөрҙөләр, Гөлниса! Атайымдан ҡалған һарайҙы колхоздың игене-нейе менән үртәүҙе ни өсөн миңә япһарыуҙарын Хамматты осратҡас ҡына аңланым. Унан һинең турала һорашып, хәлеңде белешкәйнем, Хаммат әйтә: “Һөргөндә лә Гөлнисаны онотманыңмы? Бел, ул – минеке генә! Себерҙән ҡотолһаң да, һуғыштан, ай-һай, ҡотола алырһыңмы икән?!” – ти. Беҙҙе айырырға теләп, мине, Совет власына зыян килтереүсе тип яла яғып, һарайға ут төртөүсенең тик ул ғына икәнлеген тел төбөнән үк аңланым.
Һөргөндә атайымдарҙы осратырға насип итмәне, бәлки, иҫән дә булмағандарҙыр ул ваҡытта. Себер ҙә бәләкәй генә утрау түгел бит... – Сәйфетдин оҙаҡ ҡына, тыйыла алмай йүтәлләп алды. – төрлө, иң ауыр эштә һаулыҡ ҡаҡшап киткән. Илгә бәлә килгәс тә, булмаған ғәйебемде ҡан менән юяйым тип, һуғышҡа ебәреүҙәрен һораным. Баштан уҡ алмаһалар ҙа, һуңыраҡ, үҙем кеүектәрҙән штрафной батальон төҙөп, һуғышҡа оҙаттылар. Алышҡа ингән һайын, үлемдең күҙенә туп-тура ҡарап инәһең. Артҡа ҡарау юҡ. Әгәр артҡа әйләнһәң – үҙеңдең командирың атып үлтерәсәк. Ҡамауҙа ҡалып, янымда ғына снаряд шартлауынан контузия алғас, фашистар ҡулына эләктем. Пленда булһам да теремен, тип шатланғайным да тәүҙә, ундағы эттәрсә ҡарашты, язалауҙарҙы күреп ҡасыу тураһында уйлай башланым. Быныһы – икенсе тарих... Ҡабаттан үҙебеҙҙекеләргә ҡушылырға теләмәнем, сөнки мине барыбер аҡламаясаҡтарын белдем. Йә төрмәгә ултыртырҙар, йә атырҙар ине. Бар хыялым ҡасып ҡайтып булһа ла, артымса килеп ҡулға алһалар ҙа, һине генә күреп ҡалыу булды, Гөлниса! Һинең һөйөүең мине тере ҡалдырҙы, йәнем! Хамматтан уға кейәүгә сығыуыңды, улығыҙ барлығын ишетһәм дә, һиңә атлыҡтым...
Гөлниса Сәйфетдинде бер бүлдермәй тыңланы ла тыңланы. Яу яланында осратҡан ире Хаммат тураһында ҡыҙыҡһынманы ла. Уның өсөн әле тик бер генә кеше бар ине донъяла – Сәйфетдин! Үҫмер саҡтарында бер-береһенә йөрәктәре менән тартылып, һөйөү хистәрендә саҡ яна ғына башлап, “кулак малайы” булғас, ҡаса-боҫа ике-өс тапҡыр осрашып, унда ла үбеү түгел, Гөлнисаға ҡағылырға ла баҙнат итмәгән Сәйфетдин!
Ары нисек йәшәүҙе башына ла килтермәгән Сәйфетдин үҙе юҡта мәрхүм булып ҡалған өләсәһенең ташландыҡ өйөндә йәшенеп торорға булды. Тик, әлеге көҙгө һалҡындарҙа, яҡынлашып килгән ҡышҡы көндәрҙә, был яғылмаған йортта кеше күҙенә күренмәй оҙаҡ йәшәп булмаясағын икеһе лә яҡшы аңланы.
– Улың менән һинең ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ауылда башҡаса ҡала алмайым, Гөлниса. Ниҙер ҡылыр кәрәк: йә властарға бирелергә, йә башты алып сығып китергә. Ни булһа ла үҙем күрермен! – тине бер төндө ҡасҡын.
– Юҡ! – Гөлниса, бындай һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел тигәнде аңлатҡандай, ҡәҙерле кешеһен тағы ла нығыраҡ ҡосаҡлап, ҡайнар тәне менән уға һыйынды. – Бер ҡайҙа ла ебәрмәйем һине. Атһалар ҙа, аҫһалар ҙа – бергә кисерәсәкмен! Һөйгән кешең менән бергә үлеү һәр кемгә лә тәтей торған бәхет түгел ул!
– Атаһы бар. Ҡайтыр, моғайын. Ҡайтмаһа, туғандары етерлек, ҡарарҙар.
– Тәүбә, тиең, улай ярамай, Гөлниса! Ғәйепһеҙ көйөңә үҙеңде ҡорбан итергә йыйынма, улыңды етем ҡалдырып...
– Беләм дә бит ярамағанлығын. Ни эшләргә һуң, ни эшләргә? Саҡ таптым һине. Ҡабат юғалтып, һинһеҙ тороп ҡалайыммы тағы?!
Сәйфетдин бер һүҙ ҙә өндәшә алманы. Нимә тип әйтергә лә нисек йыуатырға Гөлнисаны? Үҙенең эсендә ут дөрләй. Һөйөү һөйөү менән, был буталсыҡтан да нисектер сығырға кәрәк. Һөйгәнең менән төндә генә осрашып, ғүмер буйына ҡасҡалаҡ хәлендә йәшәргәме
Көндәр һалҡынайтып ер туңмаҫ элек урманда, тау-таш араһында ваҡытлыса йәшәрлек торлаҡ төҙөргә хәл итте Сәйфетдин. Гөлниса ни ҡылһын инде, нисек булһа ла, һөйгәне уны ташлап башы һуҡҡан яҡҡа китмәй, властарға ла бирелмәй. Осрашып торорға яйы табылыр. Ә һуғыш бөткәс, бәлки, Сәйфетдинде аҡлап та ҡуйырҙар...
Оҙаҡ һайланы урынды ҡасҡын. тәүҙә уңайлы ғына бер ерҙе оҡшатҡайны: артта текә тау, ике яҡтан ослайышып ҡаялар һерәйгән, алда – һөҙәгерәк упҡын. Шунан менеп-төшөп йөрөргә була. Емеш-еләк йыйыпмы, аҙашыпмы килеп сыҡҡан әҙәм бында арҡан менән һөйрәһәләр ҙә менмәйәсәк. Алып килгән көрәге менән ташлы ерҙе соҡоштороп ҡараны – ныҡ тырышһаң, ҡаҙырға мөмкин. Тик тауҙың был яғы төньяҡҡа ҡарай ине. Ҡыш көнө ҡалын итеп буран һалып, тауҙан да ҡар ишелеп төшһә, тере көйөңә генә үҙең ҡаҙыған соҡорҙа мәңгелеккә ятаһың да ҡалаһың инде. Ҡулайлы урын тапмаһам, кире килермен, тип ары китте Сәйфетдин... Иң мөһиме, ҡояшлы яҡ булһын. Яҙын ҡарҙан да тиҙерәк асылыр.
Ошо уҡ тауҙың көньяҡҡа ҡараған битендә, тәрән генә үҙәктә туҡтаны ир. Үҙенә, эре-эре ҡайын, уҫаҡ ағастары араһында, мәрхәмәтһеҙ ҡараштағы донъянан ҡурсаларлыҡ өң ҡаҙый башлар өсөн көрәген ергә батырҙы.
Аҙна-ун көн эсендә торлаҡ әҙер ҙә ине. Өңөнә өҫтән, түбәһенә түшәргә ҡырҡҡан ағастың ботаҡ-сатаҡтарын өйөп, ҡара ерҙе ҡаплап ҡуйҙы. Танауы менән килеп төртөлмәйсә, бер кем дә бында кеше йәшәй тип уйламаясаҡ! Ә иң яҡын ауылдан да, был төпкөлгә, ун саҡрымлап араны кем йөрөһөн. Ҡышҡылыҡҡа әҙер өң тип, берәй айыу ғына уны ҡыуып сығарырға маташмаһа. Сығарып ҡараһын, башы ике булһа. Ул киндер тоҡҡа майлап төрөлгән мылтыҡты, көлөмһөрәп, ҡапшаны. Атаһынан ҡалған был ҡомартҡыны, Сәйфетдин ҡулға алынмаҫ элек, өләсәһенең баҙында ергә күмеп ҡуйғайны. Баҙ тигәндән, унда йәшерелгән алтын тәңкәләрҙең дә хәҙер иң кәрәкле мәле етте. Ир уларҙың барыһын да Гөлнисаға ҡалдырҙы. Сәйфетдин урманға китер алдынан, төндә, күрше урыҫ ауылына, атаһының тыныс саҡтарҙағы “знакумы” дядя Мишаға барып килде. Ваҡытында ҡыйыу революционер, уҡымышлы Михаилдың үҙен һатмаясағын яҡшы белә ул. Гөлниса алып барған алтын тәңкәләрҙе, әҙләп, шик тыуҙырмаҫ өсөн, ҡағыҙ аҡсаға алмаштырыуҙа ярҙам итергә һүҙ бирҙе элекке ғаилә дуҫы. Гөлнисаның да тормош хәле еңеләйер, үҙе лә ҡышҡы оҙон төндәрҙә кәкерәйеп ас ятмаҫ...
Гөлниса Аҫылйәрен эйәртте лә, алдан Михаил менән һөйләшелгән шартлы урынға, яҡындағы тау ашаһындағы ҡайынлыҡҡа йүнәлде. Үргә табан әкрен атланы ҡатын, сөнки йөрәге ниҙер булырын алдан һиҙеп, шашып типте. Буйындағы сабыйы ла тынысһыҙланды. Үҙе ҡала яғынан килгән саңлы юлдан иғтибарын алманы. Унан, йәйәүләп, бына-бына, һуғыштан ҡайтып килеүсе Хаммат күренер төҫлө.
Урманға ингәс, йән-яғына ҡаранып, улына ла һиҙҙермәҫкә тырышып, йығылған йыуан ҡайын төбөнөң ҡыуышына һаҡ ҡына ҡулын тыҡты. Унан һәлмәк кенә төргәк алып пинжәгенең ҡуйынына йәшерҙе лә, урынына, бер нисә алтын тәңкә һалынған янсыҡты ағас сөрөгө менән күмеп ҡуйҙы.
Ҡайтып төргәкте сискәс, танауҙы ҡытыҡлап, өй эсенә ыҫланған сусҡа итенең еҫе таралды. Гөлниса белгән доғаларын ауыҙ эсенән генә уҡып, күҙҙәре емелдәп киткән Аҫылйәргә йоҡа ғына итеп Михаилдың күстәнәсен телеп бирҙе. Үҙе, теләге ни тиклем ҙур булһа ла, сусҡа итенән ауыҙ итмәне. Сәйфетдингә тәғәйен өлөштө, уға әҙерләнгән башҡа ашамлыҡтар менән бергә төрҙө. Ашарына күптән бөткәндер инде, ҡараңғы төшкәс тә янына барырға кәрәк! Аслыҡтан интегәлер ҡәҙерлеһе.
Төнө лә ҡулайлы бөгөн, болотло. Ара-тирә генә ай яҡтыртып ала. Ҡараңғы булһа ла, үҙенә генә билдәле йүнәлеште юғалтмай, Гөлниса Сәйфетдиндең торлағына ике сәғәттән килеп тә етте. Ер өҫтөндә саҡ һиҙелеп торған ҡалҡыулыҡҡа яҡынлап, ул өс тапҡыр өкө булып ҡысҡырҙы. Тынлыҡ... Землянканан сығыусы булманы. Гөлниса тыштан ҡарағай ылыҫы менән көпләнгән ишекте һаҡ ҡына этте – уныһы асыҡ ине.
– Сәйфетдин! Мин килдем, бәғрем! – Гөлниса дөм ҡараңғылыҡҡа ҡарап, һаҡ ҡына өндәште, ә йөрәге, күкрәгенән сығырҙай булып, дарһылдап типте.
Тик эстән бер кем яуап бирмәне. Ҡапыл, уның аяғына бәрелеп, бер нисә, әллә эре сысҡан, әллә ҡомаҡ тышҡа ташланды. Гөлниса, үҙе лә һиҙмәҫтән ҡысҡырып ебәреп, йығылып китте. Тауышы, ҡайтауаз булып, йыраҡ-йыраҡтарға таралды.
– Сәйфетдин, Сәйфетдин!.. Һин ҡайҙа? – тип ҡабатланы ул торғас. Яуап тағы ла ишетелмәгәс, ҡурҡа-ҡурҡа ғына инеп, һәрмәнеп табып, май шәмен ҡабыҙҙы...
Гөлниса, тоноҡ ут яҡтыһындағы күренештән, ҡысҡыра ла алманы хатта. “Аһ” ҡына тине лә, ергә сүгәләне.
Иҙәндә, хәрәкәтһеҙ Сәйфетдин ята ине. Уның ҡулдары йән-яҡҡа тырбайышып ҡатып, аяҡтары бер-береһенә буталған. Ул, күрәһең, ғүмеренең һуңғы минуттарын һиҙеп тышҡа, саф һауаға сығырға тырышҡан...
Ҡатын үҙен ҡулға алып, бар ҡыйыулығын туплап, мәйеткә яҡынланы. Уның боҙ быяла кеүек, ябылып бөтмәгән, туң күҙҙәре шалышайып ҡайҙалыр ҡарай. Әйтерһең дә, Сәйфетдин Гөлнисаның килерен көтөп, тыштағы һәр ҡыштырлаған тауышты ишетергә теләп, ятҡан еренән тора алмай ҡарашын шунда йүнәлткән. Һуңғы килгәнендә Сәйфетдин ныҡ йүтәлләй ине. Ауырыуын йәшереп маташһа ла, Гөлниса уның ҡан төкөргәнен күреп ҡалғайны. Һуңғы йылдарҙа кисергән яфаларының касафаты инде. Йылы йортта ғына йәшәп дауаланаһы урынға, еүеш, һалҡын ер аҫтында ҡыш сығарыуы һаулығына һуңғы нөктә булғандыр ҡасҡындың...
Инде ни эшләргә? Гөлниса илай ҙа, ҡайғыра ла алманы. Ул һаман һөйгәненең үлеменә ышанып бөтмәне. Ҡасан да булһа бергә булырбыҙ, тигән өмөт менән йәшәгәндә, бөтә нәмә ҡапыл килеп сыҡты. Ҡапыл табышып, ҡапыл юғалтыштылар.
Ул, өҫкә сығарырға тип, мәйетте өҫтөрәп ҡараны. Тышта бәләкәй генә булһа ла ҡәбер ҡаҙып, еренә еткереп ерләп ҡайтыу ине иҫәбе. Тик ҡайҙа ул?! Ябығып бөтһә лә, эре һөйәкле ирҙең инде таштай ҡатҡан кәүҙәһен ҡыбырлата ла алманы. Ахырҙа,уны ятҡан ерендә генә, аяҡ-ҡулдарын мөмкин тиклем ипләштереп, кейем-һалымға төрҙө. Урындыҡ аҫтынан көрәк менән мылтыҡты тартып сығарҙы.
Гөлниса, хушлашыр өсөн, һөйгәне янына сүгәләне лә, уның һаҡал-мыйыҡ баҫҡан йөҙөн һаҡ ҡына һыйпап, сепрәк киҫәге менән япты. “Хуш, ҡәҙерлем! Минең өсөн, беҙҙең тыуасаҡ балабыҙ өсөн һин һәр саҡ тере булып ҡаласаҡһың!” – тип башын уның күкрәгенә терәп бышылданы.
Тынсыу ер аҫтында үҙен өндә түгел, төштә кеүек хис иткән Гөлнисаның тамағына, әйтерһең дә, ҡаты төйөр тығылды. Шул төйөр уға, һалҡынса саф һауаға сыҡҡас та, күңелен бушатып иларға бирмәне. Көс-хәлгә, Сәйфетдин өсөн инде мәңгелек йортҡа әүереләсәк төрбәнең* ишеген нығытып күмеп, өҫтөн былтырғы япраҡ, ағас ботаҡтары менән ҡапланы.
Таң һыҙыла башлағайны инде. Ул, ҡайтыр яҡҡа бер-ике аҙым яһаны ла, туҡтап, артына әйләнде. Үҙәк битендәге саҡ һиҙелеп ятҡан ер өйөмө, магнит кеүек, үҙенә тартты. Гөлниса, түҙә алмай, өйөмгә ҡапланды. Тәүҙә бөрсөк-бөрсөк атылып сыҡҡан күҙ йәштәре таш быуаны йырып аҡҡан йылғалай көсәйеп, ҡоро япраҡтарға түгелде...
Ауылға яҡынайған һайын Гөлнисаның аяҡтары атламаҫ булып ауырайҙы. Инде бейек ҡарағайҙарҙан да юғарыраҡ күтәрелгән ҡояш, кәрәгенән артыҡ ҡыҙҙырғандай, арыған ҡатынды иҙерәтеп хәлен алды. Ул бер аҙ ял итергә ағас күләгәһенә ултырҙы. Ҡара төндә, бынан бер-нисә сәғәт элек кенә, күргәндәрен баштан аяҡ ҡабат кисереп, бер нөктәгә текәлде лә ҡатып ҡалды..
Йөрәк аҫтындағы сабыйы ныҡ ҡына тибеп ебәргәс, хәлһеҙләнеүенән йоҡо баҫа башлаған Гөлниса урынынан торҙо. Тамағына ҡапҡылап алыр ине, Сәйфетдингә тигән бар ашамлыҡты ла ул землянкала күмеп ҡалдырғайны.
Тамам арып, асығып өйөнә етеп килгәндә, ҡапҡа тышында ауылдаштарының йыйылып торғанын күреп, ҡото осто. Әллә Аҫылйәр менән берәй хәл булғанмы? Әллә Ханнан ҡайтҡанмы?..
Эйе, ысынлап та, бүрәнәлә, һалдат кейемендә Ханнан ултыра. Янында бер-нисә ир тәмәке көйрәтә. Ҡатын-ҡыҙҙар, балалар ҙа бар. Ситтәрәк Аҫылйәре тора... Атаһын онотҡан, күрәһең. Ханнан үҙе ни эшләп улын алдына алмаған?
Гөлниса ары атлай алмай, шып туҡтаны. Башы әйләнеп, күҙ алдары ҡараңғыланды. Ул, ҡулындағы көбәге ҡырҡылған мылтыҡ һалынған муҡсаһын, инде уны шәйләп ҡалған ауылдаштарына һиҙҙермәҫкә тырышып, кесерткән араһына ташлап ҡына өлгөрҙө, бер-ике аҙым яһаны ла, һуштан яҙып ергә ҡоланы...
Янында танауын тарта-тарта илап ултырған Аҫылйәрҙең мышнауына Гөлниса күҙҙәрен асты. Нимә булғанын, ҡайҙа ятҡанлығын бер килке аңлай алманы. Үтә өргән елгә, уҡшытып, һаҫыҡ тәмәке еҫе килә. Өйөндә икән. Солан күтәрмәһенән ике ирҙең ҡысҡырып һөйләшкәне ишетелә. Гөлниса ынтылып улын күкрәгенә ҡыҫты. Үҙенең дә күҙҙәренән йәштәре ағылды.
– Кемдәр бында илаша, ҡыуанаһы урынға, ә? Иҫеңә килдеңме, фәхишә? – тине өйгә ингән иҫерек Ханнан, ниңәлер Гөлнисаға тура ҡарамай, ҡарашын ҡайҙалыр алыҫҡа йүнәлтеп. Үҙе, әллә ныҡ эсеүенән, һәрмәнеп ҡатынына яҡынланы.
– Ипләп, ипләп, Ханнан, тейеп ҡуйма йөклө кешегә! Ярай инде, нимә?! – артынса ингән дуҫы, фронттан аяҡһыҙ ҡайтҡан сатан Әхмәт, уны ҡултыҡлап алды.
Урынынан һикереп торған Гөлниса, улын ҡосаҡлап, мөйөшкә һыйынды.
– Йөклө?! Кемдән? Ул уйнаш итеп йөрөһөн өсөн мин һуғышҡа барып, ике күҙемде ҡалдырып ҡайттыммы? Кемдән, әйт, кемдән балаң? – Ханнан, дуҫынан ысҡынып, карауаттың башынан тотоп уны ауҙарып ебәрҙе.
– Бар, бар, ҡасығыҙ. Хәҙер тынысландырам мин уны, – Әхмәт, ярһыу дуҫын артынан ҡосаҡланы. Тик икәүһе лә карауатҡа эләгеп иҙәнгә ҡоланы.
Сатан Әхмәт тороп дуҫын да тартҡылап ҡараны ла, көсө етмәне. Ханнан иҙәндә ултырған көйөнсә, ике ҡулы менән башын ҡосаҡлап, шыңшып илай башланы.
– Кил бында, улым, Аҫылйәрем, кил! Һин, исмаһам, атайыңды йәллә! Һин дә мине оноттоңмо әллә? – Ханнан, илауынан туҡтамай, ҡулын һоноп улын саҡырҙы. Гөлниса Аҫылйәрҙе еңелсә генә арҡаһынан этәне. Бала, баҙнатһыҙ ғына, һуҡыр атаһының алдына барып ултырҙы.
– Ана шулай, үәт, тыныслан, Ханнан! Нимә инде хәҙер, өйрәтелмәгән ат кеүек, тулап, тәртә емерергә? Гөлнисанан башҡа кемгә һинең кәрәгең бар?! Ярай, мин ҡайтайым, – Әхмәт, дуҫының яуырынына ҡағылды ла, ишеккә ыңғайланы.
Ханнан бер һүҙ өндәшмәй, Аҫылйәрҙе ҡосаҡлап ултырыуын белде. Үҙенең әле йәштәре лә кипмәгән нурһыҙ күҙҙәре, тулғаҡ тота башлаған ҡатынына үтә тишерҙәй булып төбәлгәйне...