Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2019, 15:15

Ватыҡ көҙгөгә ҡарарға яраймы?

Халыҡта ватыҡ көҙгөгә ҡарарға ярамай, тигән ышаныу йәшәй. Әммә һәр нимәнең ҡасандыр ватылыуын, туҙыуын иҫәпкә алһаҡ, көҙгөләр ҙә бер ватылырға тейеш бит.

Халыҡта ватыҡ көҙгөгә ҡарарға ярамай, тигән ышаныу йәшәй. Әммә һәр нимәнең ҡасандыр ватылыуын, туҙыуын иҫәпкә алһаҡ, көҙгөләр ҙә бер ватылырға тейеш бит.


Эзотериктар көҙгөләрҙе "ике дөнья араһындағы ишек" тип атай. Шунлыҡтан, мәйет булған өйҙә көҙгөләрҙе ябалар. Йәнәһе, ул башҡа доньяға китеп, унда үҙенә урын табырға тейеш.


Шул уҡ ваҡытта, көҙгөләр уға ҡараған кешеләрҙең энергетикаһын һаҡлай, тигән ышаныу ҙа бар. Тимәк, ватыҡ көҙгөгә ҡарау - кешенең энергетикаһын "бүлә", психикаһын боҙа. Әгәр ҙә кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ ватыҡ көҙгөгә ҡараһа - тағын 7 йыл ул яңғыҙ буласаҡ. Элекке риүәйәттәр буйынса, ватыҡ көҙгөләрҙең ярыҡтарынан башҡа донъяла йәшәүселәрҙе күрергә була, тигән ышаныу ҙа бар.


Ышанырғамы, юҡмы?



Фото: интернет.
Читайте нас: