Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2019, 14:30

“Нур”ы бар ауылдан ҡот китмәҫ

Әгәр ауыл халҡы мәсеттәргә йөрөй, йомаларҙа, ғәйет, ҡорбан байрамдарында ҡатнаша икән, был – кешеләрҙең иманға ҡайтыуы билдәһе ул. Түбәнге Әрмет халҡы ла ауылдағы “Нур” мәсетенә ихлас йөрөй. Күптән түгел улар иман йортоноң асылыуына ун йыл тулыу айҡанлы тантанаға йыйылды.

Әгәр ауыл халҡы мәсеттәргә йөрөй, йомаларҙа, ғәйет, ҡорбан байрамдарында ҡатнаша икән, был – кешеләрҙең иманға ҡайтыуы билдәһе ул. Түбәнге Әрмет халҡы ла ауылдағы “Нур” мәсетенә ихлас йөрөй. Күптән түгел улар иман йортоноң асылыуына ун йыл тулыу айҡанлы тантанаға йыйылды.
Байрамға Ишембай ҡалаһы һәм районының имам мөхтәсибе Радик хәҙрәт Мирасов, Маҡар, Йәнырыҫ, Әрметрәхим, Үрге Әрмет ауылдарынан имам-хатиптар саҡырылғайны. Сара Рәшит хәҙрәт Фәйзуллиндың Ҡөрьән аяттарын уҡыуы менән асылды.
Әрмет ауылының имам-хатибы Зинур Хафиз улы Ҡунафин байрамға килеүселәрҙе тәбрикләп, бер аҙ тарихҡа туҡталып китте.
- Әрмет - элек-электән дин көслө ауылдарҙан булған. Ауылдағы дүрт мәсеттә Ғибаҙуллин Һиҙиәтулла, Шәрәфетдинов Минһаж, Ҡунафин Ғайфур, Мансуров Мәғәфүр,
Ҡунаҡбаев Ғариф, Зәйнуллин Абдулхаҡ һәм башҡалар мулла эшен алып барған. Улар яңы тыуған балаларға исем ҡушҡан, йәштәргә никах уҡыған, зыяраттарҙа тәртип булыуын күҙәткән, үлем-тыуымды теркәгән. Ауылдарҙа бер нисә мәсет булған замандар үтһә лә, бөгөнгө көндә халҡыбыҙҙың диненә ҡайтыуы һөйөндөрә, - тине ул.
Зинур хәҙрәт мәсет төҙөүгә тос өлөш индергән ауылдаштарына, дин ҡәрҙәштәренә, ситтә йәшәгән яҡташтарына сикһеҙ рәхмәтен дә белдерҙе.
Ауыл хакимиәте башлығы Әнүр Шаһиев мәсет эшендә, төрлө байрамдарҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарына рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙә тос өлөш индергән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Әбсәләмова ла үҙенең сығышында ауылдарҙа мәсеттәрҙең әһәмиәте ҙур икәнлеген иғтибарға алды – иман йортонан халыҡ өҙөлмәүе бик күп нәмә хаҡында һөйләй.
Әрмет ауылы 70 йыл мәсетһеҙ була. Уны төҙөү мәсьәләһен беренселәрҙән булып ул ваҡытта ауылдың ветерандар советы рәйесе Зинур Ҡунафин күтәреп сыға. Фельдшер-акушерлыҡ пункты мәктәп бинаһына күсерелгәс, буш ҡалған урынды халыҡ иман йорто итеп үҙгәртергә ҡарар итә һәм 2009 йылда ауылға бәрәкәт өҫтәп “Нур” мәсете асыла. 2017 йылда мәсетте киңәйтергә кәрәк тигән фекергә киләләр. Сөнки намаҙ ваҡытында, дини байрамдарҙа халыҡҡа урын етмәй башлай. Һөҙөмтәлә, күп тә үтмәй, ир-егеттәр иман йортона төкәтмә эшләй. 2018 йылда дөйөм ҡыйыҡ ябып, тыштан матурлап та ҡуялар. Иман йортон төҙөкләндереүгә, яңыртыуға һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Ә быйыл иһә ауыл халҡының күмәк көсө менән мәсеттең эсе лә төҙөкләндерелә.
Сара барышында шулай уҡ оҙаҡ йылдар Түбәнге Әрмет мәктәбендә математика фәненән белем биргән хаҡлы ялдағы уҡытыусы, ауылдың әүҙем ағинәйҙәренең береһе Фрәнгизә Камалова, мәсеткә асылғандан алып даими йөрөүсе, ауылдаштарын ғәрәп теле серҙәренә төшөндөрөүсе Фәнә Ильясова, күп йылдар Ишембай ҡалаһының архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлегендә эшләгән, мәсет төҙөү эштәрендә ҙур ярҙамын күрһәткән Элиза Сәфиуллина ла ошо күркәм байрам уңайынан,
үҙҙәренең шатлыҡтары менән уртаҡлашып, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Килгән ҡунаҡтар һәм ауылдаштар араһынан сығыш яһаусылар ҙа изге теләктәр теләне.
Артабан сара йәмле табын артында дауам итте. Ундағы һәр кемде уртаҡ теләк берләштерҙе - халыҡ ҡатнашлығында ошондай күркәм байрамдар уҙғарылып торһон, йәштәр иманлы, аҡыллы, эшһөйәр булып үҫһен!
Читайте нас: