Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2019, 15:34

Беҙҙең хәтерҙә йәшәйҙәр

Төньяҡ Кавказдағы ҡораллы конфликтта һәләк булған яугирҙарҙы хәтерләү көнө уңайынан бөгөн Ленин исемендәге майҙанда митинг булып үтте.

Төньяҡ Кавказдағы ҡораллы конфликтта һәләк булған яугирҙарҙы хәтерләү көнө уңайынан бөгөн Ленин исемендәге майҙанда митинг булып үтте.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов ошо һуғышта һәләк булған егеттәрҙең әсәйҙәренең, яҡындарының ҡайғыларын уртаҡлашты, тыуған яҡтарына ҡайта алмаған һалдаттарыбыҙ һәр ваҡыт хәтерҙә буласағын белдерҙе.
Митингыға уҡыусылар, студенттар байтаҡ йыйылды. Йәш быуында илһөйәрлек рухын тәрбиәләү йәһәтенән дә был сараның әһәмиәте ҙур ине. Яҡташтарыбыҙ һәләк булған яугирҙарға ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалып, бер минутҡа тын ҡалды.
Фото: автор.
Читайте нас: