Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2019, 20:55

Теләк булһа, эш ҡарышмай

Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында Иҫкесәк ауылы халҡы ла ҡатнашыу теләге белдерҙе. Уҙған шишәмбе Көҙән ауылы мәҙәниәт йортонда ошо йәһәттән дөйөм йыйылыш ойошторолдо.

Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында Иҫкесәк ауылы халҡы ла ҡатнашыу теләге белдерҙе. Уҙған шишәмбе Көҙән ауылы мәҙәниәт йортонда ошо йәһәттән дөйөм йыйылыш ойошторолдо.
Көҙән ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илдус Шәйәхмәтов иҫкесәктәрҙе программа менән ҡыҫҡаса таныштырып, көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һүҙ алып барҙы.
Иҫкесәк ауылы үҙе бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, эшләнәһе эштәр байтаҡ. Ауыл депутаты Рәис Ғүмәров билдәләүенсә, 70-се йылдар башында һуҙылған электр сымдарын яңыртырға кәрәк, ялғанған урындар ла бар икән. Хужаһыҙ ташландыҡ йорттар мәсьләһен хәл итеү ҙә ауылдаштарҙы борсой. Тағы ла йылға аша сығыу урынын тәьмин итәһе бар. Әлегә иҫкесәктәр ауыл эсенән үткән юлды төҙөкләндереү өсөн тауыш бирҙе.
- Иҫкесәктә барлығы 25 йорт. Һуңғы йылдарҙа хаҡлы ялға сығып, ауылыбыҙға ҡайтырға теләүселәр күбәйҙе. Йорттар төҙөлә, ауыл гөрләй. Ауылдаштар менән уйлаштыҡ та, юл тәртип ярата, тип ошо эшкә тотонорға булдыҡ, - тине Рәис Рәүеф улы үҙ хәстәрлеген белдереп.
Илдус Әүхәҙи улы һөйләүенсә, тамырҙары Иҫкесәккә тоташҡан Мәләүез егете Азамат Муллабаев та төрлө социаль проекттарҙа ярҙам итергә әҙер. Ул яҡташтарына мәсет төҙөп биреү теләге менән дә яна икән.
Халыҡтың ошо маҡсатты аңлап ҡабул итеүе эште күпкә еңеләйтәсәк. Киләсәктә иҫкесәктәр башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә ошо рәүешле хәл итер, тип ышанғы килә.
Фото: автор.
Читайте нас: