Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2019, 20:30

Йәнырыҫтар трактор алыу яҡлы

Бөгөн Йәнырыҫ мәҙәниәт йортонда 2020 йылда урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса халыҡ йыйылышы булып үтте.

Бөгөн Йәнырыҫ мәҙәниәт йортонда 2020 йылда урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса халыҡ йыйылышы булып үтте.
Был ауыл Советы хәҙер инде дүрт йыл ошо программала уңышлы ҡатнаша. Киләһе йылда ла был уңайлы мөмкинлектән файҙаланырға булдылар. Ниндәй эш башҡарыуға килгәндә, залдағылар тарафынан төрлө тәҡдимдәр яңғыраны.Берәүҙәр зыяратты ҡоймалап бөтөүгә өҫтөнлөк бирһә, икенселәр ауыл ихтыяжы өсөн трактор алырға кәрәклеген белдерҙе. Шулай ҙа күпселек тауыш менән трактор алырға ҡарар иттеләр.
Йәнырыҫтарҙың конкурстан үтеп, үҙ маҡсаттарына өлгәшеүҙәрен теләйбеҙ.
Фото: автор.
Читайте нас: