Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2019, 14:29

Сумкаңды иҙәнгә ҡуйма

Күптәребеҙҙең “сумканы иҙәнгә ҡуйырға ярамай, аҡса булмай”, “барлыҡ байлығың иҙән аҫтына китәсәк”, тигәнде ишеткәне барҙыр. Дөрөҫмө, был юҡмы, шулай ҙа аҡсаһыҙлыҡ юраған һәр нимәгә иғтибарлы булырға кәрәктер.

Әлеге һынамышҡа, аҡсаға еңел-елпе ҡарама, уны теләһә ҡайҙа ташлама, аҡсаһыҙ ҡалырһың тигән мәғәнә һалынған. Шулай уҡ был этикет ҡағиҙәләре менән дә аңлатыла: иҙәнгә сумканы ҡуймайҙар, сөнки иҙән бысраҡ, өҫтәлгә ҡуймайҙар, был гигиена талаптарына тура килмәй. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа - ҡунаҡтамы, эштәме, өйҙәме сумканы элгескә элергә, ултырғысҡа йәки шкафҡа алып ҡуйырға кәрәк. Үҙегеҙгә тынысыраҡ булыр.

Фото: интернет.
Читайте нас: