Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2019, 16:00

Балалар өсөн байрам

Ишембайҙың “Инсайт” психологик, медицина, социаль үҙәгендә Бөтә донъя логопед көнөнә арналған сараға уҡытыусы-логопедтар Эльмира Әмирова, Фәриҙә Йәһүҙина, Елена Евдокимова һәм дефектолог Розалия Ҡушҡарова үҙҙәренә шөғөлләнергә йөрөүсе балаларҙы саҡырҙы.

Балалар байрам өсөн һүрәттәр әҙерләгәндәр, шиғырҙар һөйләнеләр, таҡмаҡтар йырланылар. Педагогтар иһә улар менән телмәр үҫтереү буйынса ярыштар үткәрҙе, йомаҡтар ҡойҙо. Уйындарҙа ата-әсәләр ҙә ихлас ҡатнашты. Байрам һәр кемдә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бәләкәстәр “Бәхетле бала саҡ” мәрхәмәтлек фонды (директоры Ирина Фәйзуллина) килтергән бүләктәр алып ҡыуанды.
Фото: "Инсайт" үҙәге архивынан.
Читайте нас: