Был тормошта кем генә бәхетле булырға теләмәй икән? Бәхет – ул күңел тыныслығы, тип әйткән бер аҡыл эйәһе. Тап шулай. Эске ҡәнәғәтлек булмаһа, маҡтаулы исемдәр, юғары дәрәжәләр яулап, матди етешһеҙлек кисермәй йәшәү ҙә бәхет төшөнсәһенә яуап бирмәй. Йыш ҡына тик торғандан "күңел һыҙлай", "күңел боша" тибеҙ. Ә нисек итеп уны тынысландырырға һуң? Нисек итеп дауаларға?..
Тормоштоң ҡәҙерен белеп, бәхетле йәшәү - тимәк, күңел тыныслығын һаҡлау өсөн психологтар фәһемле кәңәштәр бирә. Беҙ ҙә һеҙгә уларҙың бер нисәүһен һайлап ҡуйҙыҡ.
- Көн һайын 10-30 минут тирәһе йәйәү йөрөгөҙ. Ошо саҡта йылмайырға ла онотмағыҙ.
- Ығы-зығы, мәшәҡәттәрҙән арынып, тыңлыҡты ла "тыңларға" өйрәнегеҙ.
- Ете сәғәттән артыҡ йоҡламауҙы яҡшы ғәҙәткә индереп алығыҙ.
- Төрлө уйындар менән ҡыҙыҡһынығыҙ.
- Китап менән дуҫ булырға кәрәк.
- Йога, медитация күнекмәһе, доға уҡыу энергияғыҙҙы тулыландырыр.
- Күберәк 70 йәштән өлкәнерәктәргә иғтибар бирегеҙ. 6 йәштән кесекрәктәр менән дә аралашығыҙ.
- Онотмағыҙ, хыялдарға бирелеү – күңелде һауыҡтыра.
- Производствола етештерелгән ризыҡтарҙан баш тартып, баҡсала үҫкән йәшелсә-емеш менән туҡланығыҙ.
- Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һыу – һаулыҡ сығанағы.
- Кәмендә 3 кешене йылмайырға мәжбүр итһәгеҙ, тимәк, көнөгөҙҙән уңдығыҙ.
- Ваҡыттың ҡәҙерен белегеҙ, уны ғәйбәт һатыуға әрәм итмәгеҙ.
- Үкенесле хәлдәр үткәндәрҙә ҡалһын. Был хаҡта яҡындарығыҙ алдында иҫкә төшөрмәгеҙ.
- Насар, кире уйҙар һаулыҡҡа зыян килтереүсән. Шуға ла матур, ыңғай уйҙарҙы ғына эшкә егеп йәшәргә өйрәнегеҙ.
- Тирә-яҡтағыларҙың тормошона һәм эшенә нәфрәт менән ҡарау өсөн ғүмер бигерәк ҡыҫҡа.
- Бушҡа һүҙ көрәштермәгеҙ. Еңелә белеү ҙә ҙур батырлыҡ.
- Матур киләсәк хаҡына үткәндәргә күнегеҙ.
- Үҙ тормошоғоҙҙо башҡалырҙыҡы менән сағыштырыр алдынан: "Ә мин улар тураһында нимә беләм һуң?" – тигән һорау ҡуйығыҙ.
- Нисек кенә ауыр булмаһын, ғәфү итергә өйрәнегеҙ. Йәбер һүҙҙәрҙе ҡабул итмәһәгеҙ, улар хужаһына әйләнеп ҡайтыр.
- Өй эсен ҡотһоҙландырған иҫке, файҙаһыҙ әйберҙәрҙән ҡотолоғоҙ.
- Көнсөллөк – эгергияңды бушҡа сарыф итеү. Уңышҡа илткән юлығыҙҙы үҙ ҡулығыҙ менән быумағыҙ.
- Үҙегеҙҙе нисек тойоу мөһим түгел – тороғоҙ, кейенегеҙ, аралашығыҙ.
- Икеләнмәгеҙ, дөрөҫ юлды һайлағыҙ.
- Өмөтлө көн күрер, өмөтһөҙ гүр күрер, тиҙәр. Ышанығыҙ, алда – иң яҡшы ваҡиғалар.
Ошо кәңәштәрҙе ҡәҙерле кешеләрегеҙгә тәҡдим итегеҙ.