Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2019, 01:49

Атай-әсәй дауамы беҙ

Халҡыбыҙ борон-борондан бала тәрбиәләүгә ҙур иғтибар биргән. Сабыйҙы яҡты донъяға килеү менән төрлө һамаҡтар, теләктәр әйтеп яратҡандар. Баланы сәңгелдәк йырын йырлап, бишек бәүетеп үҫтергәндәр. Ҡул араһына инерлек булғас, балаға үҙенә генә бер эш йөкмәткәндәр. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән тигән мәҡәл дә тәү сиратта ата-әсә өлгөһөнөң ни тиклем мөһим булыуын асып бирә.

Халҡыбыҙ борон-борондан бала тәрбиәләүгә ҙур иғтибар биргән. Сабыйҙы яҡты донъяға килеү менән төрлө һамаҡтар, теләктәр әйтеп яратҡандар. Баланы сәңгелдәк йырын йырлап, бишек бәүетеп үҫтергәндәр. Ҡул араһына инерлек булғас, балаға үҙенә генә бер эш йөкмәткәндәр. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән тигән мәҡәл дә тәү сиратта ата-әсә өлгөһөнөң ни тиклем мөһим булыуын асып бирә.
Атай һәм әсәй – бала өсөн иң ҡәҙерле, иң изге кешеләр. Беҙгә – 11 бер туғанға бына ошо иң ҙур бәхет яҙҙы, әсәйебеҙҙең наҙ-тәрбиәһен күреп, атайға арҡа терәп үҫтек. Атайым Әбделғәни Әхмәтйәнов 1926 йылда Ишембай районы (элекке Маҡар районы) Ибрай ауылында Ибраһим Исмәғил улы ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Әммә уның бәхетле бала сағын ҡәһәрле һуғыш урлай. Атаһы 1942 йылда һуғышҡа алынғас, бер генә хаты килә, олатайыбыҙ хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә. Ағаһы Абдразаҡ та 1944 йылда һуғыш яланында ятып ҡала. Атайһыҙ ғаиләлә Әбделғәни берҙәнбер терәк, өмөт булып ҡала. Ағаһының үле хәбәре килгәс тә, үҙе теләп фронтҡа китә, элемтәсе булып хеҙмәт итә.
Тыуған ауылы Ибрайға ул 1945 йылдың 17 майында ҡайтып төшә. Һуғыштан һуңғы ауыр аслыҡ, яланғаслыҡ осоронда бәләкәй туғандарын ҡарау, ҡото киткән йортҡураны яңыртыу уның иңенә төшә. Ибрай ауылында уҡытыусы булып эшләгән Миңлеямалдың һеңлеһе – Йәнырыҫ ҡыҙы Разифаға күҙе төшә егеттең. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар йәштәрҙе ҡурҡытмай. 1950 йылдың ноябрь айында туй үткәреп, Хәтирә өләсәйемдең ҙур ғаиләһендә бергә йәшәй башлайҙар. Әлбиттә, еңел булмай йәш киленгә. Үҙенең уңғанлығы, тырышлығы, оҫталығы менән алдыра ул.
Татыу, мөхәббәтле ғаиләлә 2 ҡыҙ, 9 малай донъяға килә. Яҙмыштың әсеһен-сөсөһөн аҙ күрмәгән атайым һәм әсәйем бөтә балаларында ла хеҙмәт һөйөү, тормошта юғалып ҡалмау, кешелекле, кеселекле булыу кеүек көслө сифаттар тәрбиәләй алды.
Әлеге көндә һигеҙебеҙ иҫән-һау, күңелдәребеҙгә ятҡан һөнәр һайлап, төрлө тармаҡтарҙа хеҙмәт итәбеҙ. Мин оло ҡыҙҙары Зәйтүнә Кинйәбаева (Әхмәтйәнова) 42 йыл мәғариф өлкәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветеранымын. Ҡустыларым Зөфәр менән Рүзәк Стәрлетамаҡ “Каучук” заводында эшләп, шулай уҡ хаҡлы ялға сыҡты. Икеһе лә хеҙмәт ветерандары. Мирфәиз менән Зинфир – нефтселәр, Себер тарафтарында эшләйҙәр. Фәнилебеҙ төҙөүсе. Иң кесебеҙ, Резедә, Салауат педагогия училищеһын, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, ғаиләһе менән Лянтор ҡалаһында төпләнде.
Атайымдың йыр-бейеүгә маһирлығы, бигерәк тә оҙон көйҙәрҙе ҙур оҫталыҡ менән башҡарыуы балаларына ла күскән. Башҡорт халҡының мәшһүр көйҙәре “Шәүрә”, “Уйыл”, “Сәлимәкәй”, “Урал”ды иҫ киткес оҫта итеп йырлай торғайны ул. Ошо һәләттәре үҙен драма артисы булараҡ танытҡан уртансыбыҙ Фәимдә асыҡ сағылды. Ҡустым 1991 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, шул йылда асылған Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына эшкә килде. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исемен ҡаҙанып, әлеге көндә лә театрҙа уңышлы эшләп йөрөй. Әйткәндәй, 23 ноябрь яҡташтар уның ижад кисәһен күрә аласаҡ.
Бына шулай, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, икенсе төркөм инвалиды, бихисап орден-миҙалдарға лайыҡ булған, балаларына яҡшы тәрбиә биреп, һәр береһенә белемле булырға ярҙам иткән Әбделғәни Ибраһим улы һәм Герой-әсә, хеҙмәт ветераны Разифа Закир ҡыҙының дауамы булып, йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәй тормош көтәбеҙ.
Баҡыйлыҡҡа күскән атай-әсәйебеҙҙең яҡты рухы алдында беҙ мәңге бурыслы. Атайым оҫта ҡулдары менән төҙөгән тыуған йортҡа ашҡынып ҡайтҡан һайын уларҙы үҙебеҙҙең янда тоябыҙ. Сөнки һәр нәмәлә уларҙың күңел нуры, ҡул йылыһы ҡалған. Әсәйебеҙҙең бешергән тәмле ашы, күпереп бешкән икмәк тәме һаман тел осонда. Атайыбыҙ ҡорған нигеҙҙе улдары ныҡ тота, нәҫелен дауам итә.

Зәйтүнә КИНЙӘБАЕВА.

Фото: ғаилә архивынан.
Читайте нас: