Әлеге заманда күптәр бер-ике бала ҡарап үҫтереүҙе лә ауырһынһа, Кинйәбулат ауылынан Рәйсә апай ЙӘНБИРҘИНА туғыҙ балаға - 7 ҡыҙ һәм 2 улына ғүмер бүләк итә, һәр ҡайһыһына күңел йылыһын биреп үҫтерә.
Яҙмыш иң ауыр һынау биреп, бер улының был донъянан иртә китеүе уңалмаҫ йөрәк яраһы һалһа ла, ҡалғандарының иҫән-имен булыуына, матур тормош көтөүҙәренә шөкөр итеп йәшәй ул.
Рәйсә апай сығышы менән Этҡолдоҡо, үҙе лә һигеҙ балалы ғаиләлә үҫкән. Йәшләй генә Бәләкәй Байыҡ ауылына килен булып төшә. Ғаиләнең Кинйәбулатҡа күсеп төпләнеүенә лә күп йылдар үткән.
- Ҡәйнәм менән биш йыл бергә йәшәнек. Бик яҡшы кеше ине, әсәле-ҡыҙлы кеүек итеп донъя көттөк. Насар һүҙ әйтеү, тауыш күтәреү булманы беҙҙең йортта, - тип һөйләп алып китте ул беҙҙең менән әңгәмәһен.
Тормош иптәше менән икеһе лә колхоз эшенә егелә, ире механизатор булһа, Рәйсә Ғүмәр ҡыҙы сөгөлдөрҙә, ырҙында, һарыҡ фермаһында ла тырыша - бер эштән дә баш бороп тормай. Иренең хәстәрле булыуы, балаларҙы ныҡ яратыуы күмәк бала үҫтереүҙән өркөтмәй.
- Ирем ныҡлы таяныс була белде. “Балалары күп, йонсоу йәшәйҙәр тимәһендәр”, тип тырышыр ине. Малын да, ҡош-ҡортон да күп аҫраныҡ, умарталар ҙа тоттоҡ. Үҙебеҙ тапҡан-үҫтергәнде ҡалаға алып барып һатып, файҙаһын күрҙек, - ти Рәйсә апай.
Ана шул эшкә егәрле, тырыш булыуҙары арҡаһында ишле ғаилә етеш йәшәй. Балалар үҫә тора, ҡул араһына инә бара. Ҙур эшкә тотонғанда сит кешегә өндәшергә лә түгел - һә тигәнсе бергәләп ослап ҡуялар. Бербереңде хәстәрләү, бәләкәй туғандарың өсөн яуаплылыҡ тойғоһо ҙур ғаиләлә үҙенән-үҙе тәрбиәләнә. -
Байыҡта йәшәгән саҡта, әле лә хәтерҙә, әсәйем менән атайым Кинйәбулатҡа барып, йәшникләп-йәшникләп алмаһын, виноградын алып ҡайта торғайны. Әсәйемдең мейестә бешергән бәлештәрен, ҡоймаҡтарын күмәкләшеп ултырып ашаған саҡтар ҙа бала саҡтың матур хәтирәләре булып күңелдә уйылған. Атайым менән әсәйемдең тырышлығы арҡаһында бер нәмәгә мохтажлыҡ кисермәй үҫтек, башҡаларҙа булмаған уйынсыҡтар беҙҙә булды. Эш күплегенә һылтанманылар, беҙгә һәр саҡ ваҡыт таптылар. Дәрес әҙерләгәндә математиканан атайым, рус, башҡорт телдәренән әсәйем ярҙамлашыр ине. Өйҙә шашка, шахмат ярыштары бик күңелле үтә торғайны, - ти бала сағын иҫләп ҡыҙҙары Руфина.
Атай-әсәйгә ҡарата әллә күпме йылылыҡ, рәхмәт тойғолары һалынған был һүҙҙәргә. Үкенескә күрә, атайҙары ғына 11 йыл элек мәңгелек донъяға күскән. Яландан, балаларыма тип, эшләпәһенә еләк йыйып алып ҡайтҡан, ҡышын санала шыуҙырған, ат арбаһына теҙеп ултыртып, һабантуйҙарға алып барған бәхетле мәлдәрҙе хәҙер һағынып иҫкә алалар.
Ләкин тормош үҙ ағышы менән дауам итә. Рәйсә апай бөгөнгөһө менән бәхетле. Килене, улы менән бер йортта ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер итә. Башҡа балалары ла иғтибарҙан өҙмәй. 13 ейән-ейәнсәренә, 1 бүләсәренә өләсәй булыу бәхетенә һөйөнөп бөтә алмай.
- Улыма, киленемә, ҡыҙҙарыма, кейәүҙәремә - барыһына ла рәхмәтлемен. Бөтәһенең дә матур итеп донъя көтөүҙәре, етеш йәшәүҙәре минең өсөн иң ҙур ҡыуаныс. Ситтә йәшәгәндәре ҡайтабыҙ тиһәләр, ҡаршыларына юлға сығып көтөп алам. Ҡатын-ҡыҙҙың иң ҙур бәхете лә әсә булыуҙа. Барлыҡ гүзәл затҡа сабыйҙарын ҡосоуҙы, әсәлек тойғоһон татыуҙы теләйем. Тормош көткәндә ҡатын-ҡыҙға сабырлыҡ та кәрәк. Донъя еңел генә килмәй, ауырлыҡтарҙы еңә белеү мөһим, - тип йәштәргә бик урынлы кәңәштәрен дә әйтте күп балалы оло әсә.
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, ти халыҡ. Күмәк баланы аяҡҡа баҫтырыу, ай-һай, еңелдән булмағандыр. Ләкин бөгөн һеҙ әсә булыуҙың иң татлы емештәрен татыйһығыҙ, Рәйсә апай. Балаларығыҙға йәнә бик күп йылдар дауамында “Әсәй, хәлдәрең нисек?” тип ашҡынып тыуған йортҡа ҡайтырға яҙһын.
Фото: авторҙыҡы һәм ғаилә архивынан.