Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2019, 19:12

Атай-әсәйенең ғорурлығы

Ишембай районы Көҙән ауылында йәшәүсе Светлана Ғәли ҡыҙы һәм Хөснулла Фатҡулла улы ИБӘТУЛЛИНДАР икеләтә шатлыҡ кисерә. Яңыраҡ өлкәне улдары Айҙар тыуған ил алдындағы хәрби бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан. Егет 3450-се хәрби часының командиры, полковник И.Самусенконың ата-әсәһе исеменә яҙылған Рәхмәт хатын да алып ҡайтҡан.

Айҙар Рәсәй милли гвардия ғәскәрҙәренең 94-се Жуков ордены һәм Ҡыҙыл йондоҙло дивизияһының 3450-се хәрби часында атыусылар ротаһында хеҙмәт итә. Егет сәләмәт тормош рәүешен алып бара, спорт менән дуҫ. Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында белем алып, әрмегә тиклем Салауат индустриаль колледжын уңышлы тамамлап өлгөргән.

- Айҙар улыбыҙ һәр ваҡыт кешеләргә ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы булды. Уның менән ғорурланабыҙ, артабан да беҙҙең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ тип ышанабыҙ. Кинйәбеҙ Айгиз дә унан ҡалышмай. Өфөлә техникумда 3-сө курста белем ала, - тип үҙенең шатлығы менән бүлеште Светлана Ғәли ҡыҙы.

Рәхмәт хатында хәрби хеҙмә үткәндә тырыш, яуаплы, ғәҙел һәм тәртипле, инициативалы булған егеттең иптәштәренең дә, командирҙарының ихтирамын яулауы тураһында яҙылған. Аҫыл ул үҫтергән ата-әсәһенә, туғандарына ныҡлы һаулыҡ, бәхет теләгән ихлас һүҙҙәр ҙә бар унда. “Хеҙмәт итеү барышында һеҙҙең улығыҙ үҙен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтте. Айҙар хеҙмәт бурысын һәр ваҡыт ысын күңелдән башҡара, бүлектең йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, хәрби әҙерлектә юғары һөҙөмтәләр күрһәтә, командоване йөкләмәләрен еренә еткереп үтәй”,- тиелә ғаиләлә ҡәҙерләп һаҡланасаҡ хатта.

Айҙарҙың маҡсаты – күңеленә ятҡан эшкә урынлашып, матур донъя көтөү. Уға киләсәктә лә шулай ата-әсәһен, яҡындарын һөйөндөрөп тороуын, бар хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

Фото: ғаилә архивынан.
Читайте нас: