Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2019, 12:50

Тыуған яҡ һөнәрмәндәре

Күңелеңде һалып башҡарғанда ғына эшең уңа. Быны һәр эшкә, шөғөлгә ҡарата әйтергә мөмкин. Мусин Рәфис Рафаил улының ҡул эштәрен күргәс, һәр эшкә оҫталыҡ кәрәклеген аңлайһың.

Күңелеңде һалып башҡарғанда ғына эшең уңа. Быны һәр эшкә, шөғөлгә ҡарата әйтергә мөмкин. Мусин Рәфис Рафаил улының ҡул эштәрен күргәс, һәр эшкә оҫталыҡ кәрәклеген аңлайһың.


Маҡар ауылында тыуып, Салауат ҡалаһында үҫкән ағай ҡул эштәренә бала саҡтан уҡ өйрәнә. Ҡалала токарь профессияһына уҡып сыға. Өйләнгәндән һуң Маҡар ауылына күсеп ҡайта. Тормош иптәше ҡаты ауырыуҙан вафат була, шулай ҙа донъяны бына тигән итеп алып бара.


Тарихҡа әйләнеп ҡараһаң, ҡул оҫталары эштәре электән хаҡлы рәүештә ижад төрө һаналған. Ләкин әлеге ваҡытта бындай маһир һәм алтын ҡуллы оҫталар һирәк осрай. Рәфис Рафаил улы ауылға әйләнеп ҡайтҡас, ҡул эштәре менән шөғөлләнә башлай һәм беренсе эштәрен тик ағастан башҡара.


- Мин үҙем тик ултырырға яратмайым,шуға ла берәй шөғөл табырға тырыштым. Төҙөү эштәре менән булыша башлағанда, ҡулыма “Ландшафт дизайны” исемле китап килеп эләкте. Ошонда мин ағастан төрлө әйберҙәр эшләп булыуын аңланым. Стилдәргә килгәндә, мин төрлө стилдәрҙе ҡушам. Мәҫәлән, иң беренсе эшемдә ҡытай түбәләре (крышалары) стилен – пагойҙы һәм урыҫ стилдәрен аралаштырҙым.


Рәфис ағай үҙ эштәрен Мәскәү ҡалаһына күргәҙмәгәлә ебәрҙе һәм дипломға лайыҡ булды. Унда ул ағастан ҡоштар һындарын башҡарғайны.


Тора-бара Рәфис Рафаил улы таштан сәскә эшләп ултыртырға урындар яһай башлай. Уларҙан һуң таштан юлдар, ә һуңыраҡ өйҙәр һәм кирбес өйҙәргә таш сәскәләр яһай.


- Таш менән эшләү ауырыраҡ, сөнки һәр бер таштың үҙенә генә хас үҙенсәлектәре бар. Мәҫәлән, йылға таштарын йәбешетереү еңелдән түгел, сөнки улар дымлы була. Шуға ла уларҙы киптереү генә лә бик күп ваҡыт ала.


Рәфис Рафаил улы әлеге ваҡытта ла төҙөү эштәр менән генә йәшәп ята. Бер урамда йәшәгән Ғиззатов Мөхәрәм һәм Хөббөтдинов Ришат ағайҙар ҙа ҡул оҫталары һаналалар. Сөнки Мөхәрәм ағай өй кәрәк-яраҡтарын, Ришат ағай ағастан өҫтәлдәр һәм ултырғыстар эшләй.


Маҡар ауылы халҡы үҙҙәренең ҡул оҫталары менән ғорурлана һәм һәр ваҡыт уларҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Уларҙың эштәре ауыл өсөн үҙе бер маяҡ булып тора. Ауылдар араһында ярыш барғанда, Өфө репортерҙары ла Рәфис ағайҙың эштәре янында фотоға төшөп, “Таштар “сәскә ата” тип билдәләгәндәр.

Ағасты япраҡ биҙәй, ә Рәфис ағайҙы һөнәре биҙәй.






Азалия Зәйнитдинова,


Сәлих ауылы мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас: