Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2019, 14:10

Бәкән аша яңы күпер кәрәк, ти ҡанаҡайҙар

Республикабыҙҙа урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы (ППМИ) уңышлы эшләп килә. Кисә Ҡанаҡай ауылы мәҙәниәт йортонда ошо программала ҡатнашыу мәсьәләһе ҡаралды. Ауылдаштар был программала ҡатнашыу өсөн берҙәм тауыш бирҙе.

Йыйылышта ҡанаҡайҙар Бәкән йылғаһы аша күпер һалыу, зыяртҡа тиклемге юлды ремонтлау буйынса тәҡдим индерҙе. Программаны тормошҡа ашырыу өсөн ауылдаштар араһынан Райхана Кинйәбаева етәкселегендә инициативалы төркөм һайланды.
- Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашыу халыҡтың күп проблемаларын хәл итеүгә мөмкинлек бирә. Был программаға ярашлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүҙә ҡулынан килгәнсә ярҙамлаша. Башҡортостан ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға ауыл халҡы һәм бағыусылар ҙа үҙ өлөшөн өҫтәй, - тип асыҡлыҡ индерҙе хакимиәт башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫар вазифаһын башҡараусы Альмира Әделмәтова.
Ауылды ҡап уртаға бүлгән Бәкән йылғаһы йәнләнеп, матурланып китер, тип ышана ҡанаҡайҙар ҙа.
Фото: автор.
Читайте нас: