Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2019, 23:08

Бәхетле ҡатын-ҡыҙ биләмәһендә

Бөгөн Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы ойошторолдо.

Бөгөн Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы ойошторолдо.
Был көндө мәҙәниәт һарайында тормош ҡайнап торҙо. Матурлыҡ биләмәһе, белем биләмәһе, ҡатын-ҡыҙ һаулығы биләмәһе, милли йолаларҙы һаҡлау биләмәһе һәм башҡа бик күп майҙансыҡтар эшләне. Уларҙың һәр береһендә халыҡ ҡайнап торҙо. Бер урында гүзәл заттар сәстәренә прическа эшләтте, икенсе урында макияж һалдырҙы, өҫтәлде сервировкалау буйынса кәңәштәр алып булды. Табиптарға ла ҙур сират теҙелде. Ғөмүмән, был көндө ҡатын-ҡыҙҙар бар донъя мәшәҡәттәрен онотоп, үҙҙәренә матур ял алды.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” проекты Башҡортостан Республикаһы етәксеһе Радий Хәбировтың тормош иптәше Каринэ Хәбирова яҡлауы аҫтында уҙғарыла. Был ҙур сарала бөгөн ул үҙе лә ҡатнашты. Төрлө майҙансыҡтарҙың эшен, оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны, күргәҙмәләр менән танышты, гүзәл заттар менән ихлас аралашты.Әсәйҙәр көнө алдынан ошондай күркәм сара уҙғарылыуы ҡатын-ҡыҙҙарға матур бүләк булды.

Фото: автор.
Читайте нас: