Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2019, 22:54

Мал хужалары уйланһын

Юлда ут ҡайтартҡыс жилетлы аттар, һыйырҙар күҙегеҙгә күренһә, аптырап ҡалмағыҙ. Бындай осраҡта тормозға баҫып өлгөргәндәр күлдәктә тыуғандар рәтендә.

Юлда ут ҡайтартҡыс жилетлы аттар, һыйырҙар күҙегеҙгә күренһә, аптырап ҡалмағыҙ. Бындай осраҡта тормозға баҫып өлгөргәндәр күлдәктә тыуғандар рәтендә.
Оҙаҡламай, ысынлап та, малға махсус кейем уйлап табыуҙары бар. Тик бына малына хужа була алмағандарҙы үҙгәртерме икән был?
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев аттарға ут ҡайтарғыс таҫмалар беркетергә кәңәш иткән. Бындай аҙымдарға барырһың да шул, сөнки көтөүҙәр таралған көҙгө осорҙа юлдарҙа машиналарҙың мал бәрҙертеү осраҡтары бермә бер артты.
Беҙҙең районда ла бындай күңелһеҙ хәлдәр булды.Үҙ ирке менән йөрөгән малдарҙың сәсеүлектәрҙе иҙеүе бер проблема булһа, юлдарҙағы фажиғәләр ниндәйҙер ҡаты саралар күреүҙе талап итә.



Фото: Фәнис Әминев, Vk
Читайте нас: