Ҡалабыҙҙа «Салауат Юлаев» коворкинг-үҙәгенең асылыуы күҙ уңында тотола. Был проект район хакимиәтендә Инвестсәғәт форматында үткәрелгән кәңәшмәлә ҡаралды.
Был ят һүҙ нимә аңлата, тиерһегеҙ. Инглиз теленән алынған коворкинг һүҙе төрлө һөнәр кешеләренең бер ерҙә, бер бинала бергәләп эшләү мөмкинлеген аңлата. Шәхси эшҡыуар Илшат Бәҙретдинов билдәләүенсә, эшҡыуарҙарға һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрләген бойомға ашырырға планлаштырыусы граждандарға ярҙам күрһәтеү өсөн махсус йыһазландырылған биналарҙы ҡулланыу төбәктә популярлаша бара. Фотограф, дизайнер, IT-белгестәр (мәғлүмәткоммуникация технологиялары өлкәһендәге белгестәр), архитектор, юрист кеүек һөнәр эйәләренә коворкинг-үҙәктең хеҙмәте менән файҙаланыу, офистарҙы арендалауға ҡарағанда, күпкә осһоҙораҡ хаҡҡа төшәсәк.
«Салауат Юлаев» үҙәгенең төп эшмәкәрлеге эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса конференция, семинар, тренинг, оҫталыҡ дәрестәре кеүек сараларҙы ойоштороуға йүнәлтелгән. Проект шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү маҡсатын күҙ уңында тота. Үҙәк яңы эш башлаусы эшҡыуарҙар өсөн юридик, финанс ярҙамды, бухгалтерия хеҙмәтен ойошторорға әҙер.
Коворкинг-үҙәк ҡулланыусыларға 2 микро-офис, 50 кешелек конференц-зал, 20 кешегә тәғәйенләнгән кәңәшмә бүлмәһе тәҡдим итә. Рәссамдарға аҡса эшләү мөмкинлеге лә күҙ уңынан ысҡындырылмай – икенсе этажда картиналар галереяһы ойоштороласаҡ.
Эшҡыуарлыҡ проектына ҡарата муниципаль район хакимиәтенең комиссия ағзалары ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе төҙәтеп, бер аҙ камиллаштырырға тәҡдим итте. Хакимиәт, үҙ сиратында, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуын белдерҙе.