Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2019, 14:05

Йәйәүлене тапата

Уҙған аҙнала муниципаль районда 14 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән.

Уҙған аҙнала муниципаль районда 14 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән.


Ҡаланың Ленин проспекты һәм Стахановсылар урамы киҫелешендә 1991 йылғы ҡатынды машина төкөй. Зыян күреүсе дауаханаға оҙатыла.


Ҡарайған ауылында ике машинаның бәрлешеүе арҡаһында 33 йәшлек пассажир ҡатын йәрәхәт ала. Уға урында ярҙам күрһәтелә.


- Уҙған аҙнала барлығы 193 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланды, иҫерек килеш руль артына ултырған ике водитель тотолдо, - тип һөйләй Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ишембай районы буйынса ЮХХДИ бүлеге инспекторы Гөлнур Ғиндуллина.


ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәргә лә, йәйәүлеләргә лә юлда иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын һаҡларға кәрәклеген иҫкәртә.



Читайте нас: