16 ноябрь кисендә Ишембайҙа шәхси йорттарҙың береһендә янғын сыға. Хужалар 200 мең һумлыҡ зыян күрә.
Ут электр ҡоролмаһында төҙөкһөҙлөк булыуы һәм шул килеш ҡулланылыуы арҡаһында сыҡҡан. Бындай күңелһеҙ хәлдәрҙә шуныһы ла үкендерә – яҡташтарыбыҙ араһында йортҡураны страховкалау ғәҙәте бик һирәк. Страховка компанияларына милек хужалары менән тығыҙыраҡ эшләү кәрәк булһа, ә күбебеҙгә ауыр хәлдәргә тарый күргәндә үҙеңә “һалам түшәү” тураһында уйланырға урын бар.
Йыл башынан ғына муниципаль районда 327 янғын булған. Утта 9 кеше һәләк булған, 7 кеше йәрәхәтләнгән. Янғындарҙы иҫкәртеүҙең төрлө юлдары ҡулланыла. Һәр йортта, һәр фатирҙа булырға тейешле, бигерәк тә күп балалы ғаиләләрҙә, яңғыҙ йәшәүселәрҙә тәү сиратта ҡуйыу хәстәрләнгән автомат иҫкәрткестәр шуның береһе. Был ҡоролма 300 һум тирәһе генә тора. Яҡындарының, милкенең именлеген уйлаған кеше уны хакимиәт иҫәбенә килтереп ҡуйыуҙарын көтөп тормаясаҡ, әлбиттә.
Октябрь айынан Ишембайҙа янғындарҙы иҫкәртеү буйынса белгестәр төркөмө эшләй башланы. Уларҙың төп бурысы – халыҡҡа янғын хәүефһеҙлеге сараларын мотлаҡ үтәү мөһимлеген аңлатыу.
Был хеҙмәт республикала янғындарға бәйле хәлдең ҡатмарлы булыуынан сығып төҙөлгән. Йорттар, фатирҙар буйлап йөрөп, белгестәр ябай ҡағиҙәләрҙе аңлатырға мәжбүр, йыш ҡына торлаҡта янғынға килтерергә мөкин сәбәптәр асыҡлана.
– Әйләнә-тирәгеҙҙә ут сығыу ихтималлығы ҙур булған йорттар, фатирҙар бар икән, зинһар, беҙгә хәбәр итегеҙ. Әлбиттә, был төркөмгә иң тәүҙә имен тормош алып бармаған ғаиләләр ҡарай. Янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте Ишембай ҡалаһында Урал урамы, 77 адресы буйынса хәрби комиссариат бинаһында 13-сө кабинетта эшләй. Бәләләрҙе иҫкәртә беләйек! - тип мөрәжәғәт итте хеҙмәт инженеры Рөстәм Даянов
Петровск ауылындағы янғын һүндереү часы яңы техника менән тулыланды.
- Беҙгә “Урал-5557” автомобиле тапшырылды, - ти етәкселәре Радик Ишмөхәмәтов. – Ул ете кеше ултырыуға иҫәпләнгән, ә цистерна күләме алты куб метр тәшкил итә. Был машина менән ҡатмарлы участкаларға тиҙ арала барып етә аласаҡбыҙ, һыу булмаған урындарҙа янғындар менән көрәш тә һөҙөмтәлерәк буласаҡ.
Был янғын часы райондың ете ауыл Советында урынлашҡан ауылдарҙы - көньяҡтан төньяҡҡа – 100, көнбайыштан көнсығышҡа табан 50 километр арауыҡты хеҙмәтләндерә. Техника республика хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән 2030 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы территорияһында янғын-ҡотҡарыу көсөн үҫтереү стратегияһы сиктәрендә бүленгән. Әлеге көндә часта 13 кеше эшләй, уларҙың ҡулы аҫтында ике янғын һүндереү машинаһы бар.
Фото: Ольга Морозованың шәхси архивынан.