Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь 2019, 14:11

Бәхетле ҡатын-ҡыҙ тормошто бөтөн итә

21 ноябрҙә Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында ҙур сара - “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы үтәсәк.

21 ноябрҙә Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында ҙур сара - “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы үтәсәк.


Был көндө төрлө майҙансыҡтар, оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар – бер һүҙ менән әйткәндә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ көндәлек мәшәҡәттәрен ваҡытлыса ситкә ҡуйып, яңы, файҙалы белем һәм кисерештәр алһын, бәхетле ғаилә тормошо һәм әсәлек серҙәре менән уртаҡлашһын өсөн барыһы ла буласаҡ. Улар күп нәмәгә өлгөрөргә, шул уҡ ваҡытта сибәр, үҙ-үҙенә ышаныусан да булып ҡалырға өйрәнәсәк. Байрам майҙанына уңышлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ – төрлө өлкәлә эшләүсе белгестәр – психологтар, диетологтар, педиатрҙар, эшҡыуарҙар, ведомстволар етәкселәре киләсәк. Уларҙың барыһы ла әңгәмәгә асыҡ. Шулай уҡ һаулыҡ, гүзәллек, балалыҡ һәм ғаилә территориялары эшләйәсәк.


Билдәле йырсы, “Тауыш” проектының сағыу ҡатнашыусыларының береһе Мәрйәм Мерабова сараның махсус ҡунағы буласаҡ.


“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” проекты дүртенсе йыл тормошҡа ашырыла. Ҙур сара республика башлығының тормош иптәше Каринэ Хәбирова яҡлауы аҫтында, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, “Бәхет территорияһы” хәйриә фонды, муниципаль берәмек хакимиәте ярҙамы менән уҙғарыла.


“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” – үҫергә, үҙҙәре, ғаиләһе өсөн ниндәйҙер яңылыҡ алырға теләгән барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ойошторолған сара ул. Проекттың асылында республикабыҙҙың һәр муниципаль берәмегендә төрлө йәштәге һәм төрлө ихтыяжлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштеү маҡсаты ята. Сараның тулы программаһы менән Ишембай районы хакимиәте сайтында http://ishimbaimr.
ru танышырға мөмкин
Читайте нас: