Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2019, 14:25

ӘЛЛӘ ҠАЙҘАН БАЛҠЫП ТОРА

Дүртенсе йыл рәттән “777” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Алексей Пархоменко “Хозмастер” магазинынан алынған килемдең бер өлөшөн балалар дауаханаһы фасадын яңыртыуға йүнәлтә. Әле быйылға планлаштырылған эштәр тамамланды ла инде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдарҙа поликлиниканың фасады сағыу төҫтәргә буялды, тышҡы һәм эске яғын яңыртыу буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды. Ә быйыл стационарҙың Академик Павлов урамы яғынан бер өлөшө ремонтланған. Иң тәүҙә авария хәлендәге иҫке балкондар һүтеп алырға тура килде. Һуңынан подряд ойошма эшселәре стеналарҙы штукатурлап, буяп ҡуйҙы. Алексей Ивановичтың үтенесе буйынса “БашАрт” фирмаһы етәксеһе Руслан Овакимян үҙ иҫәбенә дауахана ихатаһындағы юлда соҡор ремонты үткәрҙе.
Ремонт өсөн сарыф ителгән аҡсаларҙың өстән бер өлөшөн “Салауат-быяла” акционер йәмғиәте етәксеһе Сергей Агуреев бүлеүен дә билдәләге килә.
Балалар баҡсаһы фасадын яңыртыу буйынса эштәрҙе киләһе йыл тулыһынса тамамлау ниәтләнгән.
Фото: Ирина Вахонина.
Читайте нас: