Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2019, 16:25

Ауыл хеҙмәтсәндәрен ҙурланыҡ

Ҡала мәҙәниәт һарайында ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәре көнө уңайынан тантаналы сара үтте. Унда ошо тармаҡта тырышыусылар тәбрикләнде.

Ҡала мәҙәниәт һарайында ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәре көнө уңайынан тантаналы сара үтте. Унда ошо тармаҡта тырышыусылар тәбрикләнде.
Муниципаль район хакимиәте башлығының сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм сауҙа буйынса беренсе урынбаҫары Азат Ишемғолов барыһын да байрам менән тәбрикләп, Ишембай хеҙмәтсәндәрене йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлауын, баҫыуҙарҙан юғары уңыш алыуҙарын билдәләне һәм ошо тармаҡта уңыштарға өлгәшкәндәрҙе ҡотланы. Тәүҙә эре предприятиелар араһында төрлө номинацияларҙа иң яҡшы хужалыҡтар аталды, уларҙың етәкселәренә район хакимиәтенең бүләк сертификаттары тапшырылды. “Привалов А.З.”, “Едих Е.В.”, “Лейтер Е.Г.” крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, “Победа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ошондай юғары баһаға эйә булды. Бәләкәй предприятиелар араһында бүләк сертификаты “Уңыш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә, “Әминов С.Х.”, “Павлов С.В.”, “Сәйфетдинов Ю.Ф.” крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына бирелде.
Бер төркөм хеҙмәт алдынғылары район хакимиәтенең почет грамоталары менән бүләкләнде. Улар араһында машина менән һауыу операторҙары ла, тракторсылар ҙа, водителдәр ҙә, агрономдар ҙа булды. Һөнәрҙәренә тоғро булыуҙары, ауыр эштән ҡурҡмай тырышып хеҙмәт итеүҙәре менән һоҡландыра улар.
Башҡортостандың 100 йыллығына юбилей миҙалдарын тапшырыу хеҙмәт ветерандарына ҡарата хөрмәт билдәһен сағылдырҙы. Марс Шаһиев, Әнүәр Шәнгәрәев, Рәжәп Жданов, Риф Бохаров, Владимир Патраев – районыбыҙҙа билдәле шәхестәр. Улар араһында ғүмерен ауыл хужалығына арнаусылар байтаҡ.
Ишембайҙарҙы был көндө Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығынан Эльмир Асаев та тәбрикләп, был тармаҡта республикабыҙҙа өлгәшелгән ҡаҙаныштарҙы барланы, яҡташтарыбыҙҙың дөйөм уңышҡа ҙур өлөш индереүҙәрен билдәләне. Уның ҡулынан бер төркөм алдынғылар Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығының почет грамоталарын алды.
Ишембайҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре байрам хөрмәтенә бик матур концерт та әҙерләгәйне. Тантанаға килеүселәрҙең күңеленә уларҙың сығышы рух өҫтәмәй ҡалмағандыр.
Ҡара янып баҫыуҙарҙы иңләгән, һалҡындарҙа ла, бурандарҙа ла фермаларға ашыҡҡан, ғөмүмән, ауыл хужалығында ал-ял белмәй тир түккән хеҙмәт батырҙарының тырышлығы әлеге сарала йәнә бер ҙурланды, данланды. Был һөнәр эйәләре һәр заманда ла кәрәкле һәм ҡәҙерле булып ҡала

Фото: автор.
Читайте нас: