Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ноябрь 2019, 11:30

Айыҡ тормоштоң ҡәҙерен беләйек

Гәзиттең беренсе битендә, әлбиттә, ғорурланып уртаҡлашырҙай яңылыҡтар, ыңғай хәбәрҙәр урын алырға тейеш. Әммә тормош үҙенекен итә – ҡараны ҡара тип ваҡытында әйтә, бергәләп иғтибар итә белмәү олораҡ бәләләр тыуҙыра. Эскелек – шуларҙың береһе. Үлтереш-талашҡа, янғындарға, юлдарҙа ҡазаланыуҙарға килтергән, халыҡты бөлдөргән бәлә был.

Гәзиттең беренсе битендә, әлбиттә, ғорурланып уртаҡлашырҙай яңылыҡтар, ыңғай хәбәрҙәр урын алырға тейеш. Әммә тормош үҙенекен итә – ҡараны ҡара тип ваҡытында әйтә, бергәләп иғтибар итә белмәү олораҡ бәләләр тыуҙыра. Эскелек – шуларҙың береһе. Үлтереш-талашҡа, янғындарға, юлдарҙа ҡазаланыуҙарға килтергән, халыҡты бөлдөргән бәлә был.
Дүшәмбе көн район хакимиәтендә дөйөм оператив кәңәшмәлә бер нисә ауыл Советы биләмәһенән наркологияға алкоголь токсикацияһы менән килтерелгәндәр һаны әйтелде. Әлеге осраҡтарҙа һүҙ суррогат менән ағыуланыу тураһында бармай. Сама белмәү, туҡтай алмай эсеү арҡаһында кеше наркология хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мәжбүр. 1-8 ноябрь арауығында район һәм ҡалала 49 кеше наркология бүлегенә мөрәжәғәт иткән, бынан тыш алкоголь токсикацияһы диагнозы ҡуйылған 19 кешегә өйөндә медицина ярҙамы күрһәтелгән. “Ашығыс ярҙам” бүлеге мөдире Александр Смирнов билдәләүенсә, ошо иҫәптә райондан 9 кеше. УрманБишҡаҙаҡ һәм Ишәй ауыл Советтары биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан - 2, Әрмет, Байғужа, Этҡол, Йәнырыҫ, Көҙән ауыл биләмәләренән берәр мөрәжәғәт булған.
- Уҙған йыл менән сағыштырғанда был йүнәлештә күрһәткестәр бер ни тиклем яҡшырһа ла, оҙайлы эскенең кеше һаулығына үтә насар эҙемтәләре тураһында әйтмәй булмай. Күңелһеҙ статистиканы бына тигән эше, ғаиләһе, килеме булған кешеләр тултырыуы үкенесле, - тип уртаҡлашты Александр Вадимович.
Наркология хеҙмәтенә тормош упҡынына тәгәрәгәндәр, эскенән айнымағандар мөрәжәғәт итмәй, тиер ҡайһы берәүҙәр. Бында ла дөрөҫлөк бар. Әммә бер үк территоррияла бындай хәлдәр ҡабатланып тора икән – һығымта эшләргә кәрәктер.
Суррогат эске менән һатыу итеү – проблеманың тағы бер яғы. Ошо көндәрҙә полиция хеҙмәткәрҙәре Ишембайҙа йәшәүсе ҡатындың өйөндә 40 литр суррогат спиртлы шыйыҡсаға юлыҡҡан. Килеп сығышы билдәһеҙ эске менән законһыҙ һатыу итеү фактын “Алкоголь” оператив саралары барышында асыҡлағандар. Беренсегә был закон боҙоуҙа “тотолған” физик шәхестәргә 30 меңгә тиклем административ штраф янаһа, ҡабаттан ошо уҡ шөғөлгә тотонғандарҙы енәйәт эше көтә. Йыл башынан Ишембай районы һәм ҡалаһы буйынса Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре 60-тан ашыу алкоголь продукция менән законһыҙ сауҙа итеү осрағын асыҡлаған, йортон, фатирын эске һатыу нөктәһенә әйләндергәндәрҙән 500 литрҙан күберәк суррогат шыйыҡса тартып алынған, административ яуаплылыҡҡа тарттырылғандар һаны 40-ҡа яҡынлай. Ысынбарлыҡтағы хәлде асып бирәме икән был һандар
Участковыйҙы көтөп ала алмайбыҙ, ваҡытында сара күрелмәй... Кәңәшмәлә ауыл Советы биләмәһе хакимиәте башлыҡтарының береһе ошондай үтенес белдерҙе. “Ундай саҡтарҙа тура миңә шылтыратығыҙ!” – район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов ошолай тип яуапланы быға. Насар ғәҙәткә өйрәнеп барабыҙ түгелме? Иң юғарынан ҡушылғанда ғына мәж килеп тәртип булдырырға тырышмаһаҡ ине. Айыҡ тормош ҡәҙерен аңлауҙы өҫтән күрһәтмәләр менән генә тәрбиәләп булмайҙыр.

Фотола: «Тоттоҡ. Ниһайәт. Күптән халыҡты ағыулай ине». Социаль селтәрҙәрҙә ошо көндәрҙә һалынған был фото райондаштарға тәьҫир итмәй ҡалмағандыр. Оят, шулаймы?

Фотолар: интернет селтәренән алынды.
Читайте нас: