Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2019, 10:08

“Сәләм” ишембайҙарҙы сәләмләй

Башҡортостан Республикаһы етәкселеге йөкләмәһе буйынса “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы нигеҙендә яңы “Сәләм” республика телеканалы булдырылыуы хаҡында күптәребеҙ хәбәрҙар. Ишембайҙа яңы телеканал менән танышыу 13 ноябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк.

Был яңылыҡты район һәм ҡалаларҙа муниципаль телевидение үҫеше өсөн үтә әһәмиәтле эш булараҡ баһаларға кәрәк.

Телеканал эфирында республика ҡалалары һәм райондарына, шул иҫәптән үҙебеҙҙең Ишембай телевидениеһына ла, тапшырыуҙар өсөн 7.00 сәғәттән 8.00 сәғәткә тиклем, 13.00-дан 14.00 сәғәткәсә һәм 19.00-20.00 сәғәттәрҙәге прайм-таймды ла индереп, бөтәһе биш сәғәт ваҡыт биреләсәк. “Сәләм” каналы эре кабель операторҙары селтәрҙәрендә һәм интернетсервистарҙа күрһәтә. Ишембай телевидениеһының ижади коллективы алдында яңы мөмкинлектәр асыла тигән һүҙ был.

Сараны ойоштороусылар вәғәҙәләүенсә, 17.00 сәғәткә билдәләнгән “Сәләм” менән танышыу байрамында Ишембай халҡын башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығышы, зауыҡлы фотосессия, уйын-конкурстар көтә. Ошондай ҙур сараны беҙ ҙә ҡулдан ысҡындырмайыҡ тибеҙ, “Торатау” һәм “Восход” гәзиттәренә яҙылыу ойоштороп, тоғро гәзит уҡыусыларҙы бүләкләргә ниәтләнек. Килегеҙ, күрегеҙ, “Сәләм”де бергә сәләмләйек, дуҫтар!

Читайте нас: