Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ноябрь 2019, 10:55

Беҙҙең участковый ул!

Үҙҙәрен хоҡуҡ һәм тәртип һағына бағышлаған һөнәр эйәләре араһында участковыйҙар айырым бер урын алып тора – халыҡҡа яҡын булыу, үҙең яуаплы участканың нисек “йәшәүен” тойоу үҙенә күрә бер оҫталыҡ талап итә. Ишембай районы һәм ҡалаһы буйынса Эске эштәр бүлегенә байрам айҡанлы шылтыратып, гәзиткә яҙырға тап ошондай халыҡсан участковый кәрәк тигәс, Салауат Ғүмәровты тәҡдим иттеләр.

10 ноябрь – Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө


Үҙҙәрен хоҡуҡ һәм тәртип һағына бағышлаған һөнәр эйәләре араһында участковыйҙар айырым бер урын алып тора – халыҡҡа яҡын булыу, үҙең яуаплы участканың нисек “йәшәүен” тойоу үҙенә күрә бер оҫталыҡ талап итә. Ишембай районы һәм ҡалаһы буйынса Эске эштәр бүлегенә байрам айҡанлы шылтыратып, гәзиткә яҙырға тап ошондай халыҡсан участковый кәрәк тигәс, Салауат Ғүмәровты тәҡдим иттеләр.
Тәжрибәле хеҙмәткәребеҙ, эшенә тел тейҙерерлек түгел – иң әүҙем эшләүсе участковыйҙарҙың береһе тинеләр уның хаҡында. Салауат Марат улы был вазифала 2005 йылдан тырыша, уның участкаһына Әрмет, Йәнырыҫ, Көҙән ауыл Советтары биләмәләре ҡарай.
Полиция участковыйы - үҙе яуаплы территорияның ҙур таянысы. Эшен нисек ҡуя, урындағы халык та уға шундай мөнәсәбәттә булыусан. “Беҙҙең участковый ул!” тип ауылдаштар ғорурлыҡ менән әйтә икән, тимәк яҡлау ҙа, ярҙам да тоялар.
- Хоҡуҡ, закон боҙоуҙарҙы иҫкәртеү – төп эшебеҙ. Енәйәт эшләп өлгөргән, хаталы аҙымдарға барырға мөмкин граждандарға иғтибар кәрәк. Үҙ йөкләмәләреңә кермәгән эштәр ҙә башҡарырға тура килә. Кеше һиңә ышанып мөрәжәғәт итә икән, әлбиттә, быны аҡларға, ярҙам итергә бурыслыһың. Участкамда 17 имен булмаған ғаилә иҫәптә тора. Хакимиәт, балиғ булмағандар эше буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре менән рейдтарға йөрөйбеҙ. Шулай ҙа ауылдарҙа эскеселәр, ғауға ҡуптарыусылар күпкә кәмене, - ти полиция майоры Салауат Марат улы.
Юридик, психологик, кәрәк икән физик ярҙам күрһәтергә лә әҙер булырға кәрәк участковыйға. Кеше бәләһенә битарафлыҡты өнәмәгән замандашыбыҙ менән әңгәмәлә тап ошоно аңланыҡ. Бик күп наградаларға лайыҡ булыуы ла тәжрибәле хеҙмәткәрҙең фиҙәҡәр тырышлығы күрһәткесе. Рәсәй Эске эштәр министрлығының II, III дәрәжә “Хеҙмәтендәге ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдары, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән полиция участковыйына артабан да халыҡ рәхмәте, етәкселек хөрмәте тойоп эшләргә булһын.
Фото: автор.
Читайте нас: