Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2019, 17:38

“Дөрөҫ бал ҡорттары” һәм “дөрөҫ бал” тураһында

Башҡорт балы, шулай уҡ солоҡ балы ла, республикабыҙ брендтарының береһе һанала. Был “татлы” һөнәр тураһында районыбыҙҙың билдәле ҡортсоһо һәм солоҡсоһо, башҡорт балы данын әленән-әле ил кимәлендә танытып тороусы Илгиз ШӘНГӘРӘЕВ менән әңгәмәләштек.

Башҡорт балы, шулай уҡ солоҡ балы ла, республикабыҙ брендтарының береһе һанала. Был “татлы” һөнәр тураһында районыбыҙҙың билдәле ҡортсоһо һәм солоҡсоһо, башҡорт балы данын әленән-әле ил кимәлендә танытып тороусы Илгиз ШӘНГӘРӘЕВ менән әңгәмәләштек.
- Илгиз Хөснулла улы, бик үк мәғлүмәтле булмағандар өсөн аңлатып үтәйек әле - ҡортсо менән солоҡсо араһында ниндәй айырма?
- Тәүгеһе ҡорттарҙы умарталарҙа тота. Ә тәбиғи шарттарҙа бал ҡорттары ҡаялар, йышыраҡ ағас ҡыуышлығына оялай. Шул солоҡ тип атала ла инде. Уны солоҡсолар имән, йүкә, ҡарағай, һирәгерәк ҡарағас, йыла ағасында уйып эшләй. Солоҡ, ағас ғүмере еткәнсә, 150 йылға тиклем хеҙмәт итергә мөмкин. Борон башҡорт ғаиләләренең йөҙләгән солоғо булған. Солоҡ ағастарына һәр нәҫел үҙ тамғаһын ҡуйып, быуынданбыуынға тапшырып килгән. Ағас йығылған хәлдә ҡорттар эйәләшкән ҡыуыш ерен түмәр итеп ҡырҡып алғандар. Түмәр солоҡтары шунан килеп сыҡҡан да инде. Әммә тере ағастағы солоҡ балы тәменә бер ни етмәй. Халҡыбыҙҙың иң боронғо шөғөлө, кәсебе ул. Бөрөлә табылған боронғо ҡәберлектән генә сығып һүҙ йөрөткәндә лә ошо хаҡта әйтеп була – 1500 йыл элекке тип баһаланған әйберҙәр араһында солоҡсолоҡ өсөн бөтә кәрәк-яраҡ һаҡланған. Бал ҡорттары ҡайҙа йәшәүенән күп нәмә тора. Умарта кешенең үҙе өсөн уңайлы: төҙөүе, теләгән ереңә урынлаштырыуы еңел, ҡарауы ябай. Әммә бындай торлаҡ ҡорттарға ла уңайлы тип әйтеп булмай. Тәрбиә етмәһә, умарталар күгәрә, серей, бөжәктәр ауырый. Ә бына солоҡ – бал ҡорттары өсөн иң идеаль торлаҡ. Шуның өсөн бал ҡорттарын өйрәнеүсе апиология фәне бөжәктәргә комфортлы булған умарта уйлап табырға тырыша, әммә, үкенескә күрә, әлегә килеп сыҡмай.
- Беҙҙең республиканан тыш тағы ҡайҙарҙа солоҡсолоҡ менән шөғөлләнәләр?
- Себерҙә, Алтайҙа, Яңы Зеландияла, Африканың ҡайһы бер илдәрендә, Көньяҡ Америкала, ғөмүмән кеше ҡулы теймәгән урмандар һаҡланған ерҙә был кәсеп менән шөғөлләнгәндәрен беләм. Шулай ҙа солоҡсолоҡ беҙҙә Башҡортостанда нығыраҡ үҫешкән. Тигеҙлектәр менән тауҙар аралашҡан, эҫе йәйле һәм һалҡын ҡышлы климатлы Урал тауҙарының көньяҡ армыттарында ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү өсөн уникаль шарттар бар.
- Башҡорт балының төп ҡиммәте нимәлә?
- Беҙҙең Урал тәбиғәте үҙенсәлекле сифатлы бал йыйыусы ҡорттарҙы барлыҡҡа килтергән. Уның үҙенсәлеге урман һәм ялан үҫемлектәре байлығы менән билдәләнә. Ҡорттар балды сәскә нектарынан йыя, ҡышты уңышлы сығыу өсөн улар уны ферменттар – тере биологик компоненттар менән байыталар. Ҡыш һалҡыныраҡ булған һайын, балда ошо ферменттар күберәк туплана. Уларҙы Готе берәмегендәге диастаз һанда үлсәйҙәр. Мәҫәлән, йылы ҡышлы төбәктәрҙәге ҡорттар 2-7 Готе берәмеге, себерҙекеләр – 40-45 берәмек, ә беҙҙең башҡорт ҡорттары 27-30 Готе берәмегендәге бал әҙерләй. Шуның өсөн беҙҙең төбәккә ситтән килтерелгән ҡорттарҙа ысын мәғәнәһендә башҡорт балын әҙерләү сифаты юҡ, улар уны кәрәкле диастаз һанына еткерә алмай. Ул “дөрөҫ булмаған башҡорт балы” яһай. Рәсәйҙә стандарт менән минималь диастаз һаны тип 7 Готе берәмеге билдәләнгән, унан түбән күрһәткеслеһе бал тип һанала алмай!
- Себер балы башҡорт балынан файҙалыраҡ булып сығамы?
- Улай уҡ түгел. Эйе, себер балы диастаз һаны буйынса юғарыраҡ, әммә үҫемлектәр байлығы тураһында онотмайыҡ. Балдың сифаты өсөн иң мөһим шарт – уны йыйған ерҙә ҡырағай үҫентеләрҙең күп төрлөлөгө. Беҙҙең төбәк флораһы себерҙекенән күпкә байыраҡ. Шуға күрә балыбыҙ ҙа тәмлерәк, файҙалыраҡ. Гел түгел, әлбиттә...
- Уныһын да аңлатығыҙ.
- Йыш ҡына беҙҙең ҡортсолар умарталарын көнбағыш, ҡарабойҙай, рапс кеүек бал биргән ауыл хужалығы культуралары сәселгән баҫыуҙарға урынлаштыра. Бында йыйылған бал башҡорт балы тип атала алмай, сөнки башҡорт балы үҙ аллы үҫкән ҡыр сәскәләренән йыйылырға тейеш. Һәм тағы бер нәмәне иҫтән сығарырға ярамай: көнбағыш, рапс, ҡарабойҙай балы тәмле, әммә хәүефһеҙ түгел. Ауыл хужалығы культуралары пестицидтар һәм агрохимикаттар менән эшкәртелеүен беләбеҙ. Һуңғы йылдарҙа химикаттар ҡулланыу технологияһын ныҡлы контролләү булмауы арҡаһында Рәсәй төбәктәрендә бал ҡорттары күпләп үлде. Был матдәләрҙең бал аша кеше организмына эләгеү ихтималлығы ҙур. Бының нимәгә килтерәсәге хаҡында уйланырға кәрәк.
- Илгиз Хөснулла улы, халҡыбыҙ үҙ кәсептәрен тергеҙергә тейеш тигән маҡсат менән эшләйһегеҙ. Бөгөндән умартасылыҡҡа тотонорға дәрт иткәндәргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
- Кәңәш тигәндән, мин аралашыу өсөн һәр саҡ асыҡ. Көнөнә төрлө һорауҙар менән йөҙләгән кеше шылтырата. Белгәнеңде өйрәтмәү – яҙыҡ. Һәр ғаилә үҙе өсөн 5-6 умарта тотоуҙан ғына башлаһа, халҡыбыҙ етешерәк тә, сәләмәтерәк тә, егәрлерәк тә булыр ине! Килеп сығамы, юҡмы, тип тормағыҙ, ең һыҙғанып тотоноғоҙ. Оҫталыҡ, тәжрибә яйлап киләсәк. Башҡорт бал ҡорттарын “пакет” менән һатыу тигән нәмә юҡ, күстәргә алдан заказ биреп ҡуялар. Ғөмүмән, башҡорт балы баһаһын аңлаған умартасылар артты, быға бик шатмын. Ҡортсолоҡ һәм апитерапия буйынса фәнни-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов менән районда ауылдарға сығып махсус уҡыуҙар үткәреү тураһында килештек. Был умартасылыҡты яңы кимәлгә сығарырға ярҙам иткән эштәрҙең береһе булыр тип ышанам. Ишембай балы данын бергәләп үҫтерәйек!

Наил ӘНҮӘРОВ.
Читайте нас: