Күптән түгел Өфөлә ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан уҙғарылған тантанала “Искәндәров Т. Т.” крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Тимерйән Искәндәровҡа Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылды. Республика кимәлендә юғары баһа алған яҡташыбыҙҙың уйкисерештәрен белеү, хужалыҡтың эшмәкәрлеге менән танышыу маҡсатында Ҡарайғанға юлландыҡ.
Баҫыуҙарҙа осланаһы эштәр аҙ түгел, көн матурҙа һәр сәғәт ҡәҙерле. Шулай булһа ла хужалыҡ етәксеһе, эшенән айырылып, беҙҙең менән һөйләшергә форсат тапты.
- Почет грамотаһы алыуы, әлбиттә, ҡыуаныслы. Хеҙмәтебеҙҙе баһалау тип ҡабул иттем, - тип башлап китте Тимерйән Тимерхан улы беҙҙең менән әңгәмәһен. Ысынлап та, ваҡыт менән иҫәпләшмәгәндәр, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағандар ғына был тармаҡта эшләй ала. Тимерйән Искәндәров тә ауыл хужалығында тырышырға тура килер тип бер ҡасан да уйламаған.
Ырымбур яҡтарында автотранспорт тармағында 30 йыл эшләгәндән һуң, ғаиләһе менән ауылда төпләнергә булалар. Туғандарының тәҡдиме менән ауыл хужалығына тотонорға йөрьәт итә. 2006 йылда крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороп, бер ниндәй тәжрибәһеҙ эшләп алып китә. Тырышлыҡ, теләк булғанда бөтәһе лә килеп сығыуын фермер үҙ өлгөһөндә күрһәтә. Хәҙер инде Тимерйән Искәндәров был тармаҡтың нескәлектәрен белеп бөткән, аяғында ныҡлы баҫып торған ер хужаһы. Һабантуйҙарҙа яҙғы-баҫыу эштәре һөҙөмтәләре буйынса алдынғы урындар алып килеүе лә хеҙмәтенә баһа.
Хужалыҡтың 800 гектар сәсеүлектәре бар, башлыса иген культуралары үҫтерәләр. Юғары уңыш алыу өсөн элиталы, кондициялы орлоҡтар сәсеүгә, минераль ашлама ҡайтарыуға ҙур иғтибар йүнәлтелә. Яңы техника ла эште ваҡытында башҡарып сығыуға мөмкинлек бирә.
Быйыл алынған уңышҡа ҡәнәғәт хужалыҡ етәксеһе. Иген культураларынан гектар ҡеүәте уртаса 21 центнерға етһә, көнбағышта был күрһәткес 15-17 центнер тирәһе, ҡарабойҙай ҙа уңған. Әлеге көндә уңыш элеваторға оҙатыла, ерҙе туңға һөрөү, орлоҡ әҙерләү саралары күрелә. Үҙ ваҡытында сәселгәс, 140 гектар майҙандағы ужым да матур сыҡҡан.
Тиҙҙән районда ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре көнө билдәләнәсәк. Ауыл уңғандарын ошо байрамда ҙурлау күркәм йолаға әйләнгән. Тимерйән Тимерхан улының да яуаплы тармаҡты бергә күтәрешеүсе хеҙмәттәштәренә теләктәре бар:
- Әлбиттә, иң беренсе барыһына ла һаулыҡ, түҙемлек теләйем. Ауыл хужалығында күберәк йәштәрҙе күрге килә. Хөкүмәт тә ярҙам күрһәтә, шуны файҙалана белергә кәрәк. Эштән ҡурҡмағанда, ныҡышмал, түҙемле булғанда маҡсатҡа өлгәшергә мөмкин, - ти ул.
Илгә икмәк үҫтергән, халыҡты ризыҡлы иткән һөнәр эйәләренең абруйы һәр заманда юғары. Киләсәктә лә ауырлыҡтарға бирешмәй, ерҙә ныҡлы баҫып эшләргә булһын!