Йәмғиәт
1 Ноябрь 2019, 02:27

Күсмә ФАП-ты ауылдарҙа көтөгөҙ

Медицина ярҙамы күрһәтелмәгән ауылдарҙа күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты ноябрь айында эшен дауам итә.

Медицина ярҙамы күрһәтелмәгән ауылдарҙа күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты ноябрь айында эшен дауам итә.
Бөгөн һәм 19 ноябрҙә ул Арларҙа, 5, 20, 29 ноябрҙә – Ғүмәрҙә, 6-һында – Урман Бишҡаҙаҡта, 7-һендә һәм 21-ендә - Ромадановка ауылында (9.30 - 11.30 сәғәттәрҙә) һәм Кузнецовский утарында(12.00-14.00) буласаҡ. 8 һәм 22 ноябрҙә Бәләкәй Байыҡта (9.30-11.30) һәм Ҙур Байыҡта (12.00-14.00), 11 ноябрҙә – Көҙәндә, 12-һе һәм 25-ендә - Ибрай (9.30 – 11.30) һәм Һарғайҙа (12.00-14.00), 13 ноябрҙә – Яр-Бишҡаҙаҡта, 14 һәм 26-һында – Востокта, 15-ендә һәм 27-һендә Алмалыла, 18 һәм 28 ноябрҙә Яңы Георгиевка ауылдарында эшләй.

Күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты эшмәкәрлеге медицина тикшереүҙәре уҙғарыуға, сирҙәрҙе тәүге стадияла асыҡлауға һәм иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Унда шәкәр, холестерин кимәлен асыҡлау мөмкинлеге бар, ҡан баҫымын белергә, электрокардиограмма эшләтергә була.
Фото: Ольга Валитова.
Читайте нас