Ә.Вәлидиҙең ике туған ҡустыһы Нурмөхәмәт Вәлидов тураһында иҫтәлектәр
Әхмәтзәки Вәлидиҙең 1996 йылда Өфөлә Китап нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан «Хәтирәләр» китабында шундай юлдарға иғтибар иттем: «Минең бәләкәй сағымдағы иң яҡын дуҫтарым ауылыбыҙҙа йәшәгән ҡустым Нурмөхәмәт менән күрше Маҡар ауылы имамының улы Ғәзиз һәм урыҫ башланғыс мәктәбе уҡыусыһы Әмир Ҡарамыш булды.
Нурмөхәмәт уҡыуҙы иртә ташланы, беҙ уның менән бергәләп урман эштәренә йөрөнөк, бергәләп һарыҡ көтөүен көттөк, ҡыш көнө бергәләп ҡуян ауларға йөрөнөк».
«Хәтирәләр» китабына килгәндә, шуныһы күҙгә ташлана - исемдәре тарихҡа билдәле булған йөҙәрләгән шәхес араһында Көҙән ауылынан Нурмөхәмәт Шәйәхмәт улы ғына телгә алына.
1967 йылда яҙылып бөткән китабында Зәки Вәлиди башҡа ауылдаштарына, туғандарына хәүеф янамаһын өсөн, уларҙың исемен күрһәтмәгән. Шундай яҡын итеп иҫкә алынған Вәлидов Нурмөхәмәт Шәйәхмәт улының шәхесе менән ҡыҙыҡһыныуы ла бик табиғи. Шәйәхмәт Әхмәтйән улы Әхмәтзәкиҙең атаһы Әхмәтшаһтың бер туған оло ағаһы. Автор Нурмөхәмәт бабайҙы ике туған ҡустым тиһә лә, документтар буйынса ул 1888-се йылғы (Әхмәтзәки Вәлиди Туған 1890-1970 йылдарҙа йәшәгән).
Нурмөхәмәт Вәлидовтың балалыҡ йылдары Әхмәтзәки менән бер осорға тура килә. Туғанлыҡтан тыш, дуҫлыҡ, бер-береңә ышаныу хисе лә көслө була уларҙа. 1908 йылда Әхмәтзәки ауылдан Ырымбурға йәшерен сығып киткән сағында тик Нурмөхәмәткә генә серен аса. Ул уны хәҙерге Ишембай районы Һайран ауылына тиклем оҙатып бара.
Нурмөхәмәт бабай Көҙән, Үтәк мәҙрәсәләрендә уҡыған була. 1912 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Беренсе бөтә донья һуғышында ҡатнашып әсиргә эләгеүселәрҙе немец бюргерҙарына таратып бирәләр. Егәрле Көҙән егетенә буласаҡ хужаһы шунда уҡ иғтибар итә. Йылдар үткәс, Нурмөхәмәт бабай немецтың малдарын ҡарауын, бесән сабыуын иҫкә алып һөйләгән. Эшкә булдыҡлы егетте хужа үҙенең ҡыҙына өйләндерә, уларҙың улдары тыуа.
Туғыҙ йыл Германияла йәшәгән Нурмөхәмәт бабай немец теленең бөтә нескәлектәрен өйрәнеүгә өлгәшә. Ошо ерҙә ирекһеҙҙән Ноғман Мусиндың романы иҫкә төшә.
Хужаның ризалығы менән тип уйларға кәрәктер, 1921 йылда улы менән ҡатынын алып тыуған яҡтарына йүнәлә Нурмөхәмәт. Польшала Рәсәйҙәге революция тураһында ишеткәс, ҡатыны улы менән кире Германияға ҡайтып китергә мәжбүр була.
Тыуған яҡты һағыныу хисе еңә бабайҙы, ул барыбер Көҙәненә ҡайта. Ошо уҡ йылда бер туған энеһе Дилмөхәмәт мәрхүм булғас, улы Зөфәр менән яңғыҙ тороп ҡалған килене Маһибәҙәргә өйләнә. Дүрт бала үҫтереп, уҡытып оло тормошҡа аяҡ баҫтыра улар. Зөфәр ағай Бөйөк Ватан һуғышына тиклем өйләнеп, Әклимә апай менән бер ул үҫтерәләр. 1939 йылда хәрби хеҙмәткә алына, уҡытыусы булып аҙ ғына эшләп өлгөргән була. Фин һуғышы тамамланғас, Зөфәр Дилмөхәмәт улын Гродно ҡалаһына күсерәләр. 1941 йылдың июль айында батырҙарса һәләк булыуы тураһында хәбәр килә.
Нурмөхәмәт бабайҙың балаларынан Мәрйәм апай менән Йәғәфәр ағай хәҙер мәрхүмдәр инде. Тәнзилә апай менән Әүхәҙи ағай педагогия институтын тамалап, оҙаҡ йылдар буйы уҡытыусы булып эшләне. Хәҙерге көндә хаҡлы ялда улар. Беҙ, Көҙән мәктәбенең сығарылыш уҡыусылары, осрашҡан һайын директор, химия уҡытыусыһы Әүхәҙи ағайҙы хөрмәт менән телгә алабыҙ. Дәрестәре биҡ ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс була торғайны...
Нурмөхәмәт бабайҙың ейәне Илдус Әүхәҙи улы оҙаҡ йылдар тарих уҡытыусыһы, мәктәп директоры булып эшләгәндән һуң, Әхмәтзәки Вәлиди музейы мөдире вазифаһын башҡара. Әлеге көндә Көҙән ауылы хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләнде. Нурмөхәмәт Вәлидов әсирлектән ҡайтҡас, йөк ташыусы булып Стәрле пристаненә йөрөй башлай. 20-се йылдарҙа Ҡасынан Верхотор заводына ат саналарына суйын тейәп юлға сығалар. Ҡараңғы төшә башлағас, бер ауылда ҡунып китергә фатир һорарға булалар. Шул тиклем кешене ҡундырып сығарырға кем риза булһын инде? Ауылдың осона етә яҙғас, урыҫ ҡапҡалы бай ғына күренгән өй янында туҡтайҙар. Бабай өйгә инә. Өй хужаһы ҡунаҡтар менән мәжлес ҡороп, бал эсеп ултыралар икән. Ул хужаға ни йомош менән ингәнен әйтеп бирә. Юҡ, минең ҡунаҡ булып ултырғанды күрәһең бит, тип ҡунырға ризалыҡ бирмәй тегеһе. Нурмөхәмәт бабай, ярай, шулай ҙа мәжлесегеҙҙе ҙурлап бер йырлап сығайым әле, тип тупһаға ултырып «Таштуғай»ҙы йырлап ебәрә. Моңло йырға хайран ҡалған хужа өшөгән юлсыларҙы табынға саҡыра. Ылаусылар инеп урынлашҡас тула ойоҡтарын, сабаталарын, кейемдәрен киптереп, йоҡлап иртән юлға сығалар.
Колхоз төҙөлгәс Нурмөхәмәт бабай умартасы булып эшкә сыға һәм ғүмеренең ахырына тиклем шунда эшләй. Һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа умарталыҡта 150-ләп умартаны бер үҙе ҡарап, һәр йыл һайын 30 центнерҙан артыҡ бал тапшыра. Был оҫорҙа ул бер үҙе эшләй, шуның өсөн уның йыллыҡ эш хаҡы ла бик юғары – 1 мең хеҙмәт көнө иҫәпләгән. Иртә яҙҙан көҙгә тиклем көндәрен урман яланында умарталыҡта уткәрә. Эштә ҡатыны, балалары ярҙам итә. Тәжрибәһе менән уртаҡлашып, «Шишмә» колхозының башҡа умарталыҡтары өсөн йәштәрҙе өйрәтә.
Ҡыш көнө колхоз идараһы ҡушыуы буйынса урманда имән яндырып күмер әҙерләй. Күмер колхоз тимерлегендә ҡулланылған була.
Нурмөхәмәт бабай «1941-1945 йылдарҙағы фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» медале менән бүләкләнә. Уның дөйөм хеҙмәт стажы 50 йылдан уҙып китә. Ул бик моңло итеп башҡорт халыҡ йырҙарын йырлаған, уларҙың тарихын белгән.
Нурмөхәмәт Вәлидов ауыл халҡына бик ярҙамсыл булған: иҫке быймаларын табанлап биргән, мейес сығарған, башҡа йомоштарын да үтәгән. Әле булһа хәтеремдә, 1963 йылда күрше Фатима әбейҙең өйө иҫкереп емерелгәс, энеһе Зәйнулла ағай колхоз ярҙамы менән уны йүнәтеп бирҙе. Көҙ көнө колхоз яландарында ҡул менән сөгөлдөр ҡаҙалар. Кешенән артта ҡалма, тип Нурмөхәмәт бабай Фатима әбейҙе сөгөлдөр алырға ебәрә. Ҡыҙы Зилә менән миңә биҙрә тоттороп, өсәүләп йылға буйынан таш алып ҡайтабыҙ. Бабай мейес эшләргә ярамаған таштарҙы оло юлға түшәтә. Мейес сығарырға яраҡлы таштарҙы йыйырға өйрәнеп кенә алғайныҡ, мейес әҙер булды ла ҡуйҙы.
Ауылдаштары хәтерендә бабай оҫта йырсы, йор һүҙле, нимәгә тотонһа ла аҙағына еткерә торған кеше булып иҫтә ҡалған. Әле лә оло быуын кешеләре Нурмөхәмәт бабайҙың: «Иртән тороп, быҙау имеҙеп, һыйыр һауып көтөүгә оҙаттым. Самауыр ҡайнаттым, әбейемде бөгөн дә оттом», - тип мәрәкәләгәнен көлөп иҫкә алалар. Дөрөҫө ҡайһылай булғанын үҙҙәре белә инде.
Нурмөхәмәт бабай кесе улы Әүхәҙи ағайҙың ғаиләһе менән бергә йәшәп 88 йәшендә вафат була. Халыҡ ихтирамы уны һуңғы юлға оҙатҡанда ла сағыла. Мәрхүм менән хушлашырға йөҙәрләгән ауылдашы килә.
Әхмәтзәки Вәлиди музейы хеҙмәткәре.
Фотола: Нурмөхәмәт бабай менән Маһибәҙәр Минһажетдин ҡыҙы, 1960-сы йылдар.