Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Октябрь 2019, 02:00

Ауыл эшсәндәре ҙурланды

Үткән йома Өфөлә ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тантаналы йыйылыш үтте.

Үткән йома Өфөлә ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тантаналы йыйылыш үтте.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров агросәнәғәт комплексы эшсәндәрен ихлас ҡотлап, был тармаҡта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән райондарҙы хөкүмәт дипломдары менән бүләкләне, ә иң яҡшы ун комбайнсы, механизатор һәм водитель уның ҡулынан яңы «Шевроле Нива» автомобиле асҡыстары алды.
“Сентябрь” указымда ла ауылға ҙур иғтибар бүленә. Биш йыллыҡҡа план төҙөгәндә агросәнәғәт комплексына ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Бөтә эшсәндәргә яҡшы уңыштары, ергә яуаплы ҡарауҙары өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙ – ысын хеҙмәт геройҙары”, - тине республика етәксеһе.
Тантаналы йыйылышта Ишембай уңғандары ла тәбрикләнде. “Интернационал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Николай Козыревҡа, “Лейтер Е.Г.” крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Евгений Лейтерға “Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. “Искәндәров Т. Т.” крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Тимерйән Искәндәровҡа Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылды, “Привалов А.З.” крәҫтиән-фермер хужалығы малсыһы Ильяс Ниғмәтуллин Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломы менән бүләкләнде.
Яҡташтарыбыҙҙы мәртәбәле наградалары менән ҡотлайбыҙ!

Фото: пресс-служба главы РБ
Читайте нас: