Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2019, 02:00

Папараццо йәнә Рәшиҙәне эләктергән…

Ҡала еренә сыҡһа, билдәле шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинованы Стәрле йә Ишембай папараццолары һағалап ҡына тора. Бына әле лә уны транспорт туҡталышында төшөрөп алыуҙарына ғәжәпләнәһе түгел (һүрәттә - мөйөштә китап уҡып ултыра). Ауылына ла килгеләйҙәр хатта, сөнки Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы ифрат ҡыҙыҡлы тормошта йәшәй.

Ҡала еренә сыҡһа, билдәле шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинованы Стәрле йә Ишембай папараццолары һағалап ҡына тора. Бына әле лә уны транспорт туҡталышында төшөрөп алыуҙарына ғәжәпләнәһе түгел (һүрәттә - мөйөштә китап уҡып ултыра). Ауылына ла килгеләйҙәр хатта, сөнки Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы ифрат ҡыҙыҡлы тормошта йәшәй.


Уның ижадына, фәлсәфәүи шиғри юлдарына, эскерһеҙ күңеленә, ихласлығына ысын мәғәнәһендә һоҡланам. Башҡорт дәүләт университетында бергә уҡыған сағыбыҙҙа ла шулай күңелсәк-алсаҡ ине. Студенттарҙы көҙ картуф ҡаҙырға, йәй төҙөлөштәргә йыш йөрөттөләр бит. Берәй мәҙәк һөйләр ҙә урман яңғыратып көлөп ебәрер ине Рәшиҙә. Студенттарҙың төҙөлөш отрядтарына ул бармаһа, күмәк хеҙмәтебеҙҙең бер йәме лә булмаҫ ине, моғайын.

Танылған шағирә, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Халыҡ-ара әҙәбиәт фонды ағзаһы, БР халыҡ мәғарифы отличнигы Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы Шәмсетдинованың тос йөкмәткеле ижады алты китабында асыҡ сағыла.


Стәрлетамаҡ, Ишембай, Илеш тарафтарында Рәшиҙә Шәмсетдинованы айырыуса яҡшы беләләр һәм хөрмәт итәләр, сөнки ул ошо төбәктәрҙә айырыуса күп эшләй. Ауыл мәктәбендә лә, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында ла уҡыта, ҡаланың Яҙыусылар ойошмаһында әҙәби консультант та була.


Ысын мәғәнәһендә ауыл балаһы ул. Ғүмере буйы тыуған төйәгендә йәшәргә хыялланды, шуға күрә хаҡлы ялға сыҡҡас та, Ишембай районына ашҡынды, әле тыуған ауылы Иҫәкәйҙә ғаиләһе менән донъя көтә. Дин юлында. Ижад итергә лә, мәсеткә йөрөргә лә ваҡыт таба. “Намаҙ күңелдәребеҙҙе сафландыра, тыныслыҡ килтерә” тигән фекерҙә бәхетле әсә, уңған ҡатын һәм бай өләсәй Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы.


— Талантлы, йомшаҡ, нескә күңелле, теләге гел изгелектә генә Рәшиҙәнең... Ул әле ауылда йорт һалыу эштәре менән мәш килеп йөрөй, 100 йәшкә еткән ҡәҙерле әсәкәйен "өф" итеп тәрбиәләп, кәзәләренә лә, ҡош-ҡортона ла иркә һүҙҙәр табып, хәләл ефете менән уртаҡ һүҙҙән матур итеп донъя көтә, — тине уның хаҡында яҡташы Зәйтүнә Көҫәпова.


Миңзифа ИЛЬТИНБАЕВА.


Фото: А. Хәлилов

Читайте нас: